Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Октябрь 2018, 13:17

Һаман да дәртле, йәш күңелле...

Ул әле лә йәш саҡтағы кеүек үк дәрт-дарманлы һәм тормошҡа ҡыҙыҡһыныуын юғалтмаған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, уның «икенсе һулышы» асылғандай була. Первомайский ауылында йәшәүсе Галина Трофимовна Шаклеина бер ваҡытта ла тик ултырмай, һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл. Йәй һайын ул сумаҙандарын йыйып, донъя буйлап сәйәхәткә сыға.

Ошо мөләйем ханымды күптәр уҡытыусы ғына түгел, ижади шәхес булараҡ та белә. Яғымлы тауышлы, ашыҡмай һөйләп, һәр ваҡыт көләс йөҙлө был ҡатын һөйкөмлөлөгө менән башҡаларҙы ла идеяһы менән ылыҡтыра белә. Уның был сифаттары бик күп йылдар коллегаларын һәм уҡыусыларын хайран ҡалдыра. Хужабикә һәм элекке хәрби комиссар, ғәҙел йәмәғәт ревизорының ҡыҙы Галина бала саҡтан уҡ лидерлыҡ сифаттары менән айырыла. Ҡайһы саҡ, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгәндә, ул үҙ аллы балалар төркөмөн йә тауға, йә паркка алып сыға.

Тәбиғи, мәктәптә Галина шулай уҡ лидер: вожатый, класс комсоргы, комсомол комитеты ағзаһы була. Буласаҡ уҡытыусы һөнәрен башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ һайлай. Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала. Һәм йәнә комсорг, институттың ВЛКСМ комитеты ағзаһы һәм, әлбиттә, спорт менән шөғөллә. Яратҡан еңел атлетиканан тыш, гандбол уйнай, институт командаһының ҡапҡасыһы була. Ул ҡапҡаға бер туп та индермәй, шул тиклем ныҡ һәм ышаныслы тора, шуға ла «иң яҡшы ҡапҡасы» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

Институтты тамамлағандан һуң йәш ҡыҙ Айҙарәле ауылында дәртләнеп эш башлай. Әлбиттә, бындай хеҙмәткәрҙәрҙе тиҙ күрәләр. Оҙаҡламай Галина Трофимовнаны ВЛКСМдың район комитетына эшкә саҡырып, мәктәп бүлегенең секретары итеп раҫлайҙар. Йәш белгестең эше күпкә арта. Галина ең һыҙғанып эшкә тотона. Барлыҡ мәктәптәрҙе йөрөп сыға, пионер дружиналары һәм комсомол комитеты эштәрендә аныҡ ярҙам күрһәтә. Әйткәндәй, тикшереүҙәр менән шөғөлләнмәй, ә аныҡ кәңәштәр һәм эштәр менән ярҙамлаша, бының өсөн уны яраталар һәм хөрмәт итәләр.

Уның комсомолда эшләгән йылдарында мәктәп комитеты йәштәр менән эшләүҙең ҡеүәтле үҙәгенә әүерелә. Йәштәр комсомол комитеты һәм ВЛКСМ район комитеты етәкселегендә үҙ райондарына ҙур ярҙам күрһәтә: ағастар ултырта, шишмәләрҙе төҙөкләндерә, йылғаларҙы таҙарта, урмансылыҡта эшләй. Төрлө эштәр башҡарыу шул йылдарҙағы йәштәрҙең айырмалылығы булғандыр, моғайын. Хеҙмәт һәм спорт беренсе, ә ял - икенсе урында була. Галина Трофимовна тотош районды «дәртләндерә белә», «Зарница», «Орленок», «Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!» тигән ғәйәт ҙур саралар ойоштора. Уның кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырыу һәләте бар. Йәштәр, мәктәп уҡыусылары, уның менән бер тапҡыр ғына аралашҡан кешеләр ҙә ошо ғәжәйеп ҡыҙға тартыла, уның менән бергә тау-таш аҡтарырға әҙер була.

Комсомолда эшләү, етәкселек итә белеү Галина Трофимовнаға киләсәктә лә ярҙам итә. Ул ҡайҙа ғына эшләһә лә - өлкән пионервожатый, Первомайский урта мәктәбендә уҡытыусы, «Орленок» балалар-сәләмәтләндереү лагеры директоры урынбаҫары - Галина Трофимовна эшкә ижади ҡарашы, уйлап таба белеү һәләте, дәрте һәм яуаплылығы менән башҡаларҙан айырылып тора.

Мәктәптә һөҙөмтәле эше, педагогик эшмәкәрлектә новаторлығы өсөн ул «РСФСРҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» маҡтаулы исеменә лайыҡ. Эшенә педагог бөтә күңелен һала. Ундайҙарҙы үҙ эшенең оҫтаһы тиҙәр. Ул, ысынлап та, үҙ урынында була. Уның асыҡ дәрестәренә тотош райондан киләләр, уның драма түңәрәге шулай уҡ танылыу яулай. Балаларҙың оҫта уйыны, матур костюмдар һәм декорациялар. Был эште бер ҡатын эшләүенә ҡарап һоҡланырға ғына мөмкин.

Галина Трофимовнаның эше мәктәп даирәһе менән генә сикләнеп ҡалмай. Тәжрибәле, бар эшкә ижади ҡарашлы уҡытыусыны район мәғариф бүлегендә күреп, «Орленок» балалар -сәләмәтләндереү лагерына өлкән пионервожатый итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай уның тормошонда һәм биографияһында: «Орленок»та 11 йыл эш» тигән графа барлыҡҡа килә. 11 йыл дауамында Галина Трофимовна отпуск мәлендә балалар һәм вожатыйҙар менән эшләй. Шул йылдар уның өсөн генә түгел, уның менән бергә эшләгәндәр һәм лагерҙа ял иткәндәр өсөн онотолғоһоҙ була.

Ижади, новаторлыҡ эше өсөн Галина Трофимовнаны Мәскәү ҡалаһында Бөтә Рәсәй Уҡытыусылар съезы делегаты итеп һайлайҙар. Педагогия эшмәкәрлеген тамамлағанда ул иң юғары наградаға: РФ Президенты В.В.Путиндың 100 мең һум күләмендә грантына һәм «Рәсәй уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ була.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та тынғыһыҙ ханым бер урында ултырмай - ул сәйәхәт итә. Был йәһәттән уға балалары ярҙамлаша. Уның иғтибарлы, хәстәрлекле, һәр йәһәттән ярҙамға ашыҡҡан өс балаһы бар. Өлкәне Наташа - «Альтатур» турагентлығы директоры, Оксана - республика Хөкүмәте Премьер-министры ҡабул итеүендә секретарь-референт, улы Андрей - автомобилдәр һатыу салонында эшләй. Балалары әсәләрен йәш йөрәкле, тормош һөйөүсән, алдынғы ҡарашлы тип иҫәпләй. Улар унан үрнәк алып, бергәләп донъя буйлап сәйәхәт ҡыла. Галина Трофимовна бик күп илдәр һәм донъя мөғжизәләре күрә: Мысыр пирамидалары, Эйфель башняһы менән Париж, Италия, Испания, Төркиә, Тунис, Монакко.

Ул үҙе лә: «Ҡартлыҡ мине өйҙә тап итмәҫ, мин һәр ваҡыт юлда!» тип йыш ҡабатлай.

Ошо ханымға ҡарап, уның ни тиклем егәрле, тормош һөйөүсән һәм, иң мөһиме, бәхетле булыуына хайран ҡалам. Уға оҙон-оҙаҡ ғүмер, бәхет-шатлыҡтар һәм кешеләргә ҡарата һөйөү, ә байрам алдынан тағы комсомол дәрте лә теләге килә.

Рәйсә МУСИНА.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: