Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр араһында бихисап кире күренештәрҙең күп булыуы бер кемгә лә сер түгел. Республикала һәм районда йәштәр ойошмаһы булдырылыуҙың йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләү дөрөҫ, тип уйлайым, сөнки бөгөнгө көндә наркомания, эскелек, үҙеңде әҙәпһеҙ тотоу кеүек йәмһеҙ күренештәр комсомол мөхитендә ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн ҙур хурлыҡ булыуы, комсомолға инеү өсөн дә лайыҡлы түгел ине.
Мин 14 йәштән тормошомдо комсомол менән бәйләнем, уға 23 йыл ғүмеремде бағышланым. 1949 йылдың 15 декабрендә беҙ, Тәтер-Арыҫлан мәктәбенең 17 уҡыусыһы, аяҡтарыбыҙға яңы сабата кейеп, 25 километрҙы йәйәүләп үтеп, Стәрлебаш ауылына барып, комсомолға индек. Һуңынан шунда уҡ б партия ойошмаһының һәм мәктәп директоры Әнүәр ағай Юнысовтың уң ҡулы булдыҡ. Үҙебеҙ ҙә яҡшы уҡыныҡ, уҡыу буйынса артта ҡалған класташтарыбыҙға ла ярҙам иттек. Уҡыусыларҙа совет йәштәре өсөн хас булған дуҫлыҡ, иптәшлек, бер-береңә ярҙам итеү, патриотизм кеүек хис-тойғолар тәрбиәләү маҡсатында ошо темаларға арналған кисәләр үткәрелде.
Урта мәктәпте тамамлағас, мин Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға индем. Ҡулыма диплом алғас, 1956 йылда тыуған ауылыма клуб мөдире булып эшкә ҡайттым. Мине шунда уҡ колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайланылар. Шулай итеп, ауыл халҡы тормошо өсөн яуаплылыҡ ауыл советының башҡарма комитеты рәйесе Минислам Диваев, колхоз етәксеһе Шамил Үләев, партия ойошмаһы секретары Мәғзүр Рысаев менән бергә минең иңемә лә ятты.
Беҙҙә беренсе урында, әлбиттә, колхоздың эштәр торошо булды. Бөтә эштәрҙең уңышы кадрҙарға бәйле булыуын белеп, барлыҡ иғтибар уға йүнәлтелде. Комсомол йыйылышында ошо мәсьәлә тураһында фекер алышҡас, Мансур Ишниязов һауынсы булырға теләк белдерҙе. Ике йылдан һуң беҙ районда тәүгеләрҙән булып ҡуян фермаһы астыҡ. Өйрәктәр үҫтереү менән дә шөғөлләндек. Көсөргәнешле ауыл хужалығы эштәре ваҡытында йәштәрҙең ялы баҫыуға күсә ине. Ярыштар ойоштороп, алдынғыларҙы асыҡлап, уларҙы бүләкләй инек.
Шул йылдарҙа юл төҙөлөшө буйынса етди айлыҡтар үткәрелде. Һәм бында төп көсөргәнеш йәштәргә төшә торғайны. Баҫыу эштәре тамамланғас, 1958 йылда, беҙҙең колхозға Яңы Ҡалҡаш һәм Иҫке Ҡалҡаш ауылдары араһында юлды күтәртеп, уға ҡырсынташ һалырға тигән бурыс йөкмәттеләр. Стәрле йылғаһы ярында беҙ ҡыуыштар ҡороп, шунда ҡуна инек. Дүрт звено ойошторҙоҡ. Һәм улар араһында социалистик ярыш барҙы.
Беҙ таң атҡансы йоҡонан тороп, шунда уҡ эшкә тотона инек. Иртәнге ашҡа тиклем 10 машина ҡырсынташ тейәп, уларҙы юлға бушатабыҙ. Кискелеккә рейстар һаны 40ҡа тиклем еткән саҡтар булды. Һөҙөмтәлә, айлыҡ планды беҙ 18 көндә башҡарып, өйгә ҡайттыҡ.
Мин әле булһа шул йылдарҙағы йәштәр әүҙемлегенә хайран ҡалам. Ҡыш етһә улар һәр кис клубта нимәлер ойоштора ине. Аҙна һайын беҙҙә 2-3 сара үтте. Концерттар һәм спектаклдәр күрһәттелде, байрамдар ойошторолдо. Ә кисен репетициялар, бейеүҙәр ойоштора инек. Концерт һәм спектаклдәр менән күрше ауылдарға йөрөнөк. Үҙешмәкәр сәнғәттең район смортында 40ҡа яҡын кеше ҡатнаша ине, унда бер юлы алты баянсы гармунда уйнай. Һәм беренсе урындар яулай инек. Ай һайын үткәрелгән комсомол йыйылыштары һәм ике айға бер үткәрелгән комсомол комитеты ултырыштары йәштәр тормошонда мөһим роль уйнаны. Уларҙың күҙ уңынан бер мөһим эш тә, насар мәл дә төшөп ҡалмай ине. Фекер алышыуҙар бик ҡыҙыҡлы үтә торғайны. Шуға күрә йәштәр араһында эскелек, башҡа кәмселектәр булманы.
Беҙҙең комсомол ойошмаһы ҙур - иҫәптә 90 ҡыҙ һәм егет тора ине. Уларҙан тыш, мәктәптә, МТСта, дауаханала ла башланғыс ойошмалар бар ине, һәм был миңә үҙемдең төп эшемде лә алып барырға ярҙам итте.
Мин 1972 йылға тиклем комсомолдың район комитетында эшләнем, ә унан һуң тағы ла бер нисә йыл бюро ағзаһы булдым. Ошо йылдар эсендә комсомол йәштәр өсөн ысын тормош мәктәбе булыуына ныҡлы инандым. Ауыр һынауҙар аша үткән беҙҙең быуын кешеләре ҡорос кеүек сыныҡты, тип әйте килә. Егеттәр үҙҙәре теләп армияла хеҙмәт итте. Һәм ошо тәрбиә ысулын һәм тормош эстафетаһын киләсәк быуынға тапшыра алмауыбыҙ бик үкенесле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 60-сы йылғы йәштәрҙең балалары араһында наркотиктар һәм спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡандар ҙа бар. Комсомолды юҡҡа сығармаһалар, бәлки улар булмаҫ ине. Бөгөн шул ғәйәт ҙур ойошманың юҡҡа сығыуына, һәм унан һуңғы йылдарҙа уға оҡшаш башҡа бер нимә лә булдыра алмағандарына үкенергә генә ҡала.
Бөгөн комсомолда эшләгән ветерандарҙы 100 йыллыҡ юбилей менән ҡотлап, һәр береһенә иҫәнлек һәм күңелебеҙ менән йәш булып ҡалайыҡ тип теләйем.Рауза ШӘРИПОВА-БУРАНҒОЛОВА.