Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Октябрь 2018, 10:52

«Ғүмеремдең иң сағыу йылдары ине», ти Фәриҙә Латипова

Гәзиттә асылған «Комсомолдың 100 йыллығына ҡарата» рубрикаһында бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙҙың ҙур йәштәр ойошмаһы - Бөтә Союз Ленинсы Коммунистик йәштәр союзы (ВЛКСМ) булған осорҙағы хәтирәләренә урын бирәбеҙ. Сөнки күптәрҙең йылы, иң яҡшы хәтирәләре шуға бәйле. Кемдеңдер һөнәри эшмәкәрлеге комсомолға бәйле булһа, ә башҡалар – әүҙем комсомол булып төрлө сараларҙа ҡатнашҡан. Табылды ауылынан Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы Латипова (һүрәттә) - шундайҙарҙың береһе.

- Ғүмеремдең иң матур йылдары комсомолға бәйле булыуына сикһеҙ шатмын һәм миңә хәтирәләрем менән онотолғоһоҙ йылдарға ҡайтырға мөмкинлек биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тип башланы һүҙен Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы. – Шул йылдарҙы хәтерләп, был осор – тормошомда иң яҡты һәм бәхетле осор тип әйткем килә. Ул саҡта мин отҡор, һәләтле, ижади кешеләр араһында эшләнем тип ғорурлыҡ менән әйтә алам.

Үҙенең комсомол эшмәкәрлеген ул 14 йәшендә - комсомол билетын алыу менән башлай. Ҡарағош һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең әүҙем уҡыусыһы үҙенә ышанып тапшырылған стена гәзите мөхәррире эшен бергә алып бара. Йыш ҡына башҡарылған эштәр тураһында «Ленин юлы» район гәзитенә яҙа. Артабан Стәрлебаш урта мәктәбен тамамлағас, ҡыҙҙың әүҙемлеген күреп, класс етәксеһе Маһи Ғөбәй ҡыҙы, редакцияға эшкә барырға кәңәш итә. Ә ике көндән район гәзите мөхәррире Фәйзи Ғүмәров ҡыҙҙы эшкә саҡыра. Шулай итеп, ул мәктәп эскәмйәһенән үк, 1969 йылдың июль айында, редакция хеҙмәткәре - татар гәзите корректоры була. Ә ике айҙан, Өфө полиграфия училищеһында фотохәбәрселәр әҙерләү курсы асылғас, Фәриҙәне шунда уҡырға ебәрәләр.

- Беҙҙе республика матбуғат баҫмаларының иң тәжрибәле фотожурналистары уҡытты. Бигерәк тә талапсан, үҙ эшенең оҫтаһы - Стрижевский ныҡ иҫтә ҡалған, - тип хәтерләй ул.

Бер йылдан, 1970 йылда, Фәриҙә Батыршина фотохәбәрсе сифатында редакцияға эшкә ҡайта. Йәш, отҡор ҡыҙ тиҙҙән яҙыу машинкаһында баҫырға өйрәнә, фотоға төшөрә, тәржемәсене алмаштыра, мәҡәләләр ҙә яҙа. Һәм тағы ла ҡыҙҙың мотоциклда оҫта йөрөүе редакция өсөн үҙе бер хазина була. Ул йыш ҡына командировкаға сығып, фотоһүрәттәр, мәғлүмәттәр алып ҡайта. Дәртле, әүҙем, аралашыусан ҡыҙҙы коллективта комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар һәм район гәзитенең ҙур булмаған комсомол ойошмаһы әүҙемлеге менән район үҙәгендә айырылып тора. Комсомол тормошон бер аҙ йәнләндерер өсөн йәштәрҙе яҡшыраҡ аңларға, етди проблемаларҙы күтәрергә һәм эштәрҙе ойоштора белергә, башҡаларҙы дәртләндерер өсөн үҙеңә яратҡан эшең менән янып-көйөргә кәрәк. Секретарь һәр нимәлә үрнәк булырға, һәр эште беренсе булып башларға тейеш һәм шул саҡта ғына артыңдан кешеләр бэйәрә. Тап шул йылдарҙа ул комсомол эшендә үҙен күрһәтә лә инде. Йәштәр шәмбе өмәләрендә, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Фотограф булараҡ, ул Фәрит Вахитов етәкселек иткән «Комсомольский прожектор» район штабы составында йәштәр ойошмаларының тормошон яҡтырта. Шулай итеп, әүҙем Латипованы «өҫтә» күреп ҡалалар һәм ВЛКСМ район комитеты, һуңынан бюро ағзаһына күрһәтәләр. Ҡыҙҙың ойоштороу һәләтен күреп, 1975 йылдың октябрендә уны комсомолдың район комитетына саҡырталар һәм беренсе секретарь Й.С.Хисмәтуллин ойоштороу бүлегенә етәкселек итергә тәҡдим итә. Оҙаҡламай ВЛКСМ район комитеты пленумында уның кандидатураһын раҫлайҙар.

- Был көҙ – комсомол йыйылыштарының отчет-һайлау осоро ине. Беҙ йыш ҡына урында эштәр торошо менән танышыр, ярҙам күрһәтер, комсомол комитетына лайыҡлы йәштәр һайлар өсөн башланғыс ойошмаларға бара торғайныҡ. Бынан тыш, ярыштар ойоштороп, иң әүҙем хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлап, уларҙы бүләкләй инек, - ти әңгәмәсем. – Шул йылдар фотоһүрәттәренә ҡарап, комсомол ойошмаһы булғанына шатланып бөтә алмайым. Ул ойошма берләштереп кенә ҡалманы, ә һәр беребеҙгә һәләтеңде асырға, район өсөн кәрәкле һәм мөһим булыуыңды аңларға мөмкинлек бирҙе. Эшләгән ваҡытта һәр ауылда, мәктәптә, клубта төрлө сараларҙа: йыйылышта, байрамда, осрашыуҙа, пленумда, район, ВЛКСМ Өлкә комитеты конференцияларында сығыш яһарға тура килде. Һәр көн мауыҡтырғыс эш, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙарға бай булды. Комсомол мәктәбен үтеүселәр беҙ кисергән шатлыҡлы хис-тойғоларҙы, тәьҫораттарҙы, илһамды бер ҡасан да онотмаясаҡ. Коллективта Әлфиә Хамматова, Галина Шаклеина, Лена Чернова, Зилә Иҙрисовалар кеүек әүҙем, матур, мөләйем йәштәр эшләне. Беҙ дуҫтарса бер-беребеҙгә ярҙам иттек, тәнҡитләнек, йәштәрҙең төрлө категорияһы һәм төркөмө менән эшләргә өйрәндек һәм башҡаларҙы ла өйрәттек.

«Ленинсы» республика гәзитенең 1977 йылдың 17 ноябре һанындағы мәҡәләлә, Батыршинаның ҡыйыулығы һәм эшкә һәләтлелегенә һоҡланырға ғына ҡала, тип яҙыла. Комсомол йәштәре коллективтары араһында ярыштар ойоштороу буйынса уның эш тәжрибәһе алдынғыларҙы ғына түгел, хатта ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙең артта ҡалыу сәбәбен асыҡларға, уларҙың хаталарын иҫәпкә алырға ярҙам итә. «Бының өсөн Фәриҙә көндәлек алып бара, унда ул көн һайын һәр ойошманың, шулай уҡ йәштәрҙең хеҙмәт күрһәткестәрен яҙып бара, шуға күрә берәй нимә була ҡалһа - ул кемдең күпме эшләүен, ниндәй агрегаттың сафтан сығыуын экрандан ҡарап торған кеүек белә. Һәм мотоциклға ултырып, хужалыҡҡа тракторсылар, комбайнсылар янына килеп: «Ниңә кисә дүрт сәғәт кенә эшләнегеҙ? Ниңә һинең ярҙамсыңды һаман да алмаштырмайҙар?» тигән һорауҙарын яуҙыра. Һәм уның аныҡ итеп, ҡыҙыҡһыныу менән, хәл-шарттарҙы аңлап биргән һорауҙарына, егеттәр яуаплылыҡ тойоп, шунда уҡ эш буйынса яуап ҡайтара. Биш көнгә йомғаҡ яһағандан һуң Фәриҙә еңеүселәр янына яшыға. Был мәлдәр ҡыуаныслы була. Алдынғылар менән бергә шатлана, һәм үҙе лә ярыштарҙы үткәреү методикаһының дөрөҫлөгөнә инана».

Район комсомол комитетының ойоштороу бүлегенә етәкселек иткән йылдарҙа уға психолог та, финансист та булырға тура килә. Ошоноң менән бергә ул кешеләр менән эшләү тәжрибәһе ала, уға был яҡшы сифаттар алдағы тормошонда ла ярҙам итә.

Тап комсомолда эшләгән йылдарҙа ул буласаҡ тормош иптәше - Нурислам Латипов менән таныша. Ул шул саҡта «Правда» хужалығы йүнәлтмәһе буйынса Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында белем ала. 1977 йылда йәштәр донъя ҡора һәм Табылды ауылында төпләнә. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Зөһрә - Стәрлетамаҡта гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Гөлнара ҡыҙҙарына ойоштороусы һәләте әсәһенән бирелә. Ул Өфө ҡала хакимиәтендә ойоштороу бүлеге мөдире булып эшләй. Икеһе лә ғаиләле. Улдары Рөстәм вахта ысулы менән Себерҙә эшләй.

Мәҡәлә геройыбыҙ, шулай уҡ 80-се йылдар комсомолы булараҡ, минең фекерем буйынса ла, комсомол ойошмаһы күптәрҙе әүҙем тормош позицияһына өйрәтте. Быны өлкән быуын вәкилдәре белә һәм быны хәҙер ил киләсәге өсөн яуаплы булған йәштәргә лә белергә кәрәк.Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: