Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Октябрь 2018, 11:09

Майҙанда - көҙгө муллыҡ

Шәмбе көн сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте, унда ауыл хужалығы предприятиелары, фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ продукцияһы ҡуйылғайны.

Стәрлебаш ауылының үҙәк майҙанында был көндө 17 сауҙа нөктәһе урынлашҡан. Һатып алыусыларға ит (һыйыр, өйрәк, хатта ҡуян ите), төрлө күләмле банкаларға тултырылған, шулай уҡ кәрәҙле бал, йәшелсә (кәбеҫтә, картуф), көнбағыш майы, һөт продукцияһы тәҡдим иттеләр. Ике ерҙә тере балыҡ һаталар ине. Матросов һәм Ленин исемендәге хужалыҡтар ашлыҡ, көнбағыш, тиреҫ алып килгән. Көнкүреш тауарҙарын да һатып алырға мөмкин ине.

Сараға «Стройград» магазины ойошторған дәртле музыка айырыуса йәм өҫтәне.

Уҙған йәрминкә, башҡаларға ҡарағанда, бик ҙур булманы, был юлы стәрлебашлылар әүҙемлек күрһәтмәне. Әммә, һәр һатыусы үҙ һатып алыусыһын тапты.Үҙ хәбәрсебеҙ.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: