Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Октябрь 2018, 10:54

Алтын ҡуллы оҫтабикәләр!

Ҡайһы саҡ районыбыҙҙа ни тиклем талантлы һәм ижади кешеләр йәшәүенә ғәжәпләнеп туя алмайһың. Һүҙ - тирә-яҡтағыларҙы ижады менән һөйөндөргән, матурлыҡ булдырған оҫтабикәләр тураһында бара. Уларҙың алтын ҡулдары арыу-талыу белмәй бәйләй, тегә, сигә, бумала, ырғаҡ, һәм хатта, йоҡа бысҡы менән дә оҫта эш итә!

Шулай итеп, ағымдағы йыл яҙын район Мәҙәниәт йортонда декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте галереяһы булдырылды, унда бихисап оҫтабикәләр ҡул эштәрен тәҡдим итте. Күргәҙмәне мамыҡ шәл бәйләүсе оҫтабикәләрҙең халыҡ клубы һәм «Алтын ҡулдар» декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубы етәксеһе - Зөлфиә Вапаева ойошторҙо. Әйткәндәй, берләшмәләр эшендә һуңғы ваҡытта әүҙемлек күҙәтелә. Оҫтабикәләр бергә йыйылышып, яңы эштәрен күрһәтә, мастер-кластар үткәрә, ҡул эше серҙәре менән уртаҡлаша.

- Галереяға һәр кем үҙ эшен килтерә ала. Нимәһе ғәжәп, күптәр ни өсөндер эштәрен кешеләргә күрһәтергә ҡыймай. Ә бында уларҙы бик күптәр күрә ала, бәлки, кемдер теге йәки был әйберҙе һатып алырға теләр, - ти Зөлфиә Тимерғәли ҡыҙы.

Әлеге ваҡытта күргәҙмәлә Наилә Ғәлләмованың ҡомдан, ваҡ таштан, ҡусҡар ҡабырсағынан эшләнгән иҫ киткес ҡабарынҡы картиналары ҡуйылды. Уйлап ҡараһаң ябай материалдар, ә ниндәй матур һәм ҡыҙыҡлы картиналар килеп сыға!

Гүзәлиә Әхмәтова боронғо милли баш кейемдәре - түбәтәй һәм ҡалфаҡтарҙы биҙәү менән мауыға. Дөрөҫөрәге сәскәләр, атлас, таҫма, мәрйен бөртөктәре менән матурлай. Һәм бында уның фантазияһының иге-сиге юҡ. Уның дә эштәре бында ҡуйылған.

Тағы ла бер оҫтабикә - район үҙәгендә йәшәүсе Зөлфиә Иҙрисова. Зөлфиә Зыя ҡыҙы үҙенең мауығыуына - ҡорама ҡорауға ижади һәм иғтибарлы ҡарай. Бихисап аллы-гөллө туҡыма киҫәксәләре йыйылып, рәт-ара арҡылы һәм буйға тегелә. Галереяла оҫтабикәнең бер нисә эше - япма, кухня кәрәк-яраҡтары менән танышырға мөмкин. Һәм тағы ла быйыл Зөлфиә Иҙрисова Бөтә Рәсәй квилт-проектында ҡатнашҡан. Ул унда үҙенең үҙенсәлекле эшен - туҡыма киҫәктәренән тегелгән республикабыҙ моделен күрһәткән. Ул ғәжәйеп матур ине! Башҡаса мөмкин дә түгел - сөнки ул күңел һалып ижад итә.

Әлфиә Ильясованың мауығыуҙары тураһында һөйләп бөтөрлөк түгел. Шуларҙың береһе - амигуруми - йомшаҡ уйынсыҡ-ҡурсаҡтарҙы энә йәки ырғаҡ менән бәйләү ул. Улар сағыу һәм ҡыҙыҡлы килеп сыға. Улар бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Уларҙың һәр ҡайыһы өлкәндәргә лә, балалар өсөн дә һәйбәт бүләк була ала. Һуңғы ваҡытта ул кейеҙ эше менән шөғөлләнә башлаған. Ул йөндән үҙенсәлекле әйберҙәр - беретка, шапка һ.б. эшләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, Әлфиә Тимерхан ҡыҙы - һәр нимәгә оҫта ханым!

Альбина Ғарифуллина - өс бала әсәһе. Күпмелер ваҡыт элек сәйлән үреү менән мауыға башлай. Күпме түҙемлек, оҫталыҡ, ә иң мөһиме, теләк талап итә был сәнғәт. Әммә был юҡҡа ғына түгел - сәйләндән иҫ китмәле ғәжәйеп композициялар барлыҡҡа килә. Уларҙың матурлығын әйтеп аңлатыу мөмкин түгел, уларҙы үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк.

Фәнилә Юлдашева - элекке бухгалтер. Хаҡлы ялға сыҡҡас, сигеү менән мауыға башлай, ул буласаҡ картинаның махсус схемаһына төрлө төҫлө стразалар йәбештереү тигәнде аңлата. Һөҙөмтәлә, һоҡландырғыс матур һүрәт килеп сыға. Балаҫ һуғыу тураһында Миләүшә Сабитова һәм Лилиә Тимербаевалар (сигеүҙән тыш Лилиә Мөҙәрис ҡыҙы бәйләү менән дә мауыға) күп нимә белә.

Мамыҡ шәл бәйләргә яратыусылар тураһында бихисап маҡтау һүҙҙәре әйтергә мөмкин. Уларҙың эштәре төрлө күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа юғары баһалана, һорау менән файҙалана. «Стәрлебаш биҙәктәре» башҡорт мамыҡ шәле клубы оҫталарынының береһе - Зәйнәб Тажетдиноваға 80 йәш, әммә өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул мамыҡтан иҫ китмәле әйберҙәр бәйләүен дауам итә. Сәриә Рысаева, Сәриә Ғәлимова, Зөлфирә Рысаевалар ҙа бик күп йылдар буш ваҡыттарын яратҡан шөғөлдәре - биҙәкле шәл, косынка, палантиндар бәйләүгә бағышлай. Әлеге ваҡытта улар ике республика сараһына - башҡорт мамыҡ шәле байрамы һәм «Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһенә әҙерлек бара.

- Беҙҙең берләшмәгә ижад емештәрен күрһәтергә, идеялары, яңы уйҙары менән уртаҡлашырға килеүселәрҙең һәр береһенә ихлас шатбыҙ. Сөнки тирә-яғыбыҙҙа талантлы кешеләр иҫ китмәле күп. Шуға күрә ҡыйыуыраҡ булығыҙ! Һеҙҙең ижадығыҙ үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ғына түгел, башҡаларҙы ла һөйөндөрһөн. Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте галереяһы оҙаҡламай яңы эштәр менән тулыланыр тип ышанғы килә, - тине әңгәмәбеҙ аҙағында Зөлфиә Вапаева.

Тимәк, булдырығыҙ, ижад итегеҙ, илһамланығыҙ һәм илһамландырығыҙ, ҡәҙерле «алтын ҡуллы оҫтабикәләр»!Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: