Тәбиғәттә май тантана итә, яҙ үҙ хозурлығы менән күҙҙе ҡамаштыра. Ҡайҙа ҡарама - күңел ҡыуана. Юл буйлап һуҙылған дала оҫтабикә ҡулы менән һуғылған төрлө төҫлө келәмде хәтерләтә. Ҡояшҡа иҙрәп ятҡан ерҙән дә яҙ һулышы тойола. Ел үләндәрҙең аңҡып торған хуш еҫен тарата. Туғандары һәм яҡындары менән осрашыу тураһында уйлағанда, егет тағы ла дәртләнеберәк алғҡа атлай.
Һәм бына Ташлы ауылының тәүге өйҙәре лә күренә. Әсәһе Мөнәүәрә һәм атаһы Арыҫланбәк аптырашып, улдарын ҡосаҡларға ашыға.
Фәйзулланың күкрәгендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ике «Батырлыҡ өсөн» һәм «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалдары ялтырай.
Биктимеровтар ғаиләһенән дүрт ир-егет фронтҡа китә. Ғаилә башлығы Сталинград эргәһендә алыша. Ҡаты яралана. Оҙаҡ ваҡыт госпиталдәрҙә дауалана. 18 йәше лә тулмай фронтҡа алынған Мөхәмәтрәхим улдары ла шулай уҡ ҡаты яралана. Ә өлкән улдары Сәйфулла һуғыш башланғанда уҡ һәләк була. Уртансыһы, Фәйзулла, өс йыл утлы йылдар, ауыр юлдар аша үтә.
Икенсе көнгә Фәйзулла ауыл буйлап йөрөп сыға.
Ҡасандыр уны ҙур тормошҡа сығарған юлға ҡарап, ихата буйында бер аҙ уйға бата.
16 йәшлек Фәйзулла шул ваҡытта, уның кеүек егеттәр төркөмө менән, Әлшәй районынан Свердлов өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһына китә. Бында ФЗУға (фабрика-завод өйрәнсектәр мәктәбенә) йүнәлтәләр. Оборона предприятиеһында эшләй. Ул һуғыш башланыуы тураһында ошонда ишетә.
- Миңә ун көн булһа ла ял бирегеҙ әле, - ти бер ваҡыт Фәйзулла цех начальнигына. - Ауылыма ҡайтып, яҡындарымды күргем килә.
- Ярай, улай булғас, күрешеп кил.
Һәм ул ҡайтыу менән ауыл тормошо менән янып, ошонда ҡалырға була. Колхоз эшенә баш-көллө сума.
Икенсе йыл март айында армияға саҡырыу ҡағыҙы килә. Шишмә районындағы Алкино ҡасабаһында өс ай уҡығандан һуң - фронтҡа. Биктимеровты 21-се механикалаштырылған бригадаға ебәрәләр, был бригада бер аҙҙан генерал Михаил Катуков командованиеһындағы гвардия танк армияһы составына инә. Тағы ла ентекләберәк әйткәндә - Фәйзулла саперҙар төркөмөнә инә. Ошо махсус подразделениела бүлек командиры була.
- Йә, егеттәр, нимә эшләргә кәрәклеген үҙегеҙ беләһегеҙ, - ти яңы һуғышҡа алыныусыларға взвод командиры лейтенант Сабит Хәсәнов. Ул үҙе Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһынан була.
Елец, Воронеж ҡалалары эргәһендә ҡаты алыштар бара. Иптәштәре батырҙарса һәләк була. Шуларҙың береһе, Виктор Савельев, кисә генә төшкө аш ваҡытында һөйгән ҡыҙы яҙған хаттарҙы уҡып, ҡайтам да, өйләнәм, тип хыяллана ине ул. Фәйзулла Касторное тимер юл станцияһындағы ҡот осҡос хәлде лә күрә. Көтмәгәндә дошман самолеттары осоп килеп, беҙҙең һалдаттар һәм ҡоралдар менән бер нисә эшелонды бомбаға тота. Бер нимә лә ҡалмай. Ул 1943 йылдың йәйендә Курск дуғаһындағы ғәйәт ҙур алышта ла ҡатнаша. Бында немецтарҙың Сталинград алышында юғалтҡан стратегик инициативаһын кире ҡайтарып, совет ғәскәрҙәренең ҙур өлөшөн ҡамауға алырға һәм юҡ итергә маташыуҙары ла юҡҡа сыға. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында иң ҙур танк һуғышы булған Прохоровка янында алыштар айырыуса ҡаты була. Саперҙар беҙҙең танктарға юлдарҙы асыу өсөн баҫыуҙарҙы минанан таҙарта, урыны-урыны менән үҙҙәре лә миналар ҡуйып китә.
Украинаны азат итеү буйынса хәрби операциялар. Немецтарҙы көнбайышҡа ҡыуалар.
Бер мәл, 1944 йылдың апрель айында, Фәйзулланы рота командиры өлкән лейтенант Владимир Панфилов саҡырта.
- Задание бындай шундайыраҡ, - тип аңлата ул. - Фронт һыҙығынан ун километр алыҫлыҡта тимер юл үтә. Дошман тылына инеп, бронепоезд хәрәкәтен туҡтатыу өсөн тимер юлды өҙөргә кәрәк. Үҙең менән бер нисә һалдатты алырһың.
Һаҡ ҡына хәрәкәт итәләр. Тимер юл эргәһендәге урманға барып етәләр.
- Бына нимә, - ти Фәйзулла иптәштәренә. - Беҙ Николай менән икәү барабыҙ. Башҡалар һаҡта ҡала.
Төнгө ҡараңғылыҡта бронепоезд уттары күренә. Ул ике көслө мина ҡуйылған урынға килеп етеү менән көслө шартлау ишетелә. Ҡеүәтле хәрби машина ситкә тәгәрәй.
Саперҙар юғалтыуһыҙ ҡайта. Барыһын да наградаға күрһәтәләр.
Көнбайыш Украина. Карпат тауҙары. Алда - Днестр йылғаһы аша күпер. Дивизия командиры үҙе килә.
- Был күпер йөҙләгән километрға берәү, - ти ул уйсан ғына. - Беҙҙең армия өсөн иң уңайлы урын. Бәлки, немецтар ошо яҡ юлға мина ҡуйғандыр?
- Саперҙар ебәр, - тип бойора рота командиры В.Панфилов.
Биктимеровтың бүлеге эшкә тотона.
Яйланмалар хикмәтле итеп ҡоролған була. Уларҙы хәүефһеҙләндереү өсөн ни тиклем оҫталыҡ, сыҙамлыҡ һәм тәүәккәллек талап ителә. Ә сапер, халыҡта әйтеүенсә, үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр хаталана. Күперҙән алып тағы ла ике йөҙ метр территорияны таҙарталар.
Украина һәм Польша сигендәге Сан йылғаһы. Һалдаттар уң ярҙа ял итеп, тамаҡ ялғап алырға ултыра. Һәм уйламағанда ҡаршы ярҙан көслө атыш тауыштары ишетелә башлай. Бик күптәр яралана. Фәйзулла һикереп тороп, башҡалар менән уларҙы ҡотҡарырға ашыға. Шунда взвод командиры уға:
- Биктимеров, һин бит үҙең дә яраланғанһың. Күрмәйһеңме ни, ҡаның һарҡып тора, - ти.
Һул ҡулына мина ярсығы эләккән икән.
Госпиталдән һуң Фәйзулла ротаһына кире ҡайта. Варшаваны азат итеүҙә ҡатнаша.
1945 йылдың февралендә, Польшаның көнбайыш өлөшөндә алыштар барғанда, Биктимеров менән тағы ла ике сапер Кебниц ауылы тирәһендә дошман оборонаһына инженерҙар разведкаһы үткәрергә бойроҡ ала. Әммә немецтарҙың бер төркөмө уларға ҡаршы ут аса. Фәйзулла һәм ике иптәше уларға ҡаршы ата башлай. Тиҫтәнән ашыу дошманды юҡ итәләр, өсөһөн әсирлеккә алалар.
- Бына ниндәй яҙмыш, - тип йылмая Степан Балашов. - Оҙаҡламай Германияла булырбыҙ, моғайын, ә бәлки, Берлинға уҡ барып етербеҙ.
Эйе, уларға Берлин операцияһында ла ҡатнашырға тура килә. Әммә яҙмыштары ғына төрлөсә була. Ротаһынан дүрт иптәше Германияла, фашист ояһына килеп еткәндә һәләк була.
Фәйзулла 1947 йылда демобилизациялана.
Мәскәүҙә Тамбовҡа ҡайтырға юлланған Степан Балашов менән хушлаша.
Ауылына ҡайтҡас ике көндән Фәйзулла йәнә район үҙәгенә бара. Унда бер танышы:
- Киномеханиктар курсына төркөм йыялар тип ишеттем. Барырға теләмәйһеңме?
Фәйзулла оҙаҡ уйлап тормай. Ауылға ҡайтып, кәрәкле документтарын, әйберҙәрен ала ла, Бәләбәйгә юллана.
Уҡыуын тамамлар алдынан мәктәп директоры уның менән әңгәмәләшә.
- Юллама бүлеү бара, - ти ул. - Һине Федоровка районына ебәрергә ҡарар иттек.
Шулай хәл ителгән икән, тимәк, ҡаршы килеп булмай. Биктимеров ошо районда күсмә киномеханик булып эш башлай. Һәйбәт эшләгәне өсөн маҡтайҙар. Рәхмәт белдерәләр. Бер ваҡыт хатта республика буйынса призлы урын яулай.
Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле сибәр егетте күргәндә бик күп ҡыҙҙың йөрәге елкенгәндер, моғайын. Тик ул үҙе генә ҡыйыуһыҙ була. Бер ваҡыт Ҡоро Иҙәк ауылында Гәүһәр исемле ҡыҙ менән таныша. Һәм уны үҙенә күрә яҙмыш бүләге булыуын аңлай. Улар сәстәрен-сәскә бәйләй. Барыһы ла уң була. Бер нисә йылдан ҡатынының туғандары йәшәгән Стәрлебаш ауылына күсенәләр. Район киноселтәрендә абруйлы белгесте шатланып эшкә алалар.
Йыл артынан йыл үтә. Эш үҙ яйы менән бара. Әммә Биктимеровтың күңеле урман эшенә тартыла башлай. Уй-фекерҙәре тураһында киноселтәр директоры Р.Ғибаҙуллин менән уртаҡлаша.
- Бәлки кире уйларһың, - ти Рәшит Ғөбәйҙулла улы. - Һине ебәрге килмәй.
- Улай булғас уңыштар теләйем.
Биктимеров Стәрлебаш урмансылығына урмансы булып урынлаша. Ул ваҡыттағы етәксе Сабирйән Макашев асыҡ күңелле, әммә принципиаль кеше була. Коллективтың яңы ағзаһына баштан аяҡ күҙ һала ла, яҡшы, лайыҡлы хеҙмәткәр тигән ҡарарға килә. Коллективтың йыллыҡ йыйылышында был турала хәбәр итәләр.
Ул ваҡыттағы урмансыларҙың мәшәҡәттәре етерлек була. Урман киҫеү урындарын, диләнкәләр бүлеү, таҙартыу, йәш үҫентеләрҙе һирәкләү, бағаналар, кәртәлектәр, бесән, миндек әҙерләү, орлоҡ, шифалы үләндәр йыйыу, шишмәләрҙе ҡарап тотоу, бура бурау, урман үҫентеләрен һаҡлау һәм башҡа бик күп эштәр. Бер миҙгелгә ни тиклем эш күләме. Һәм һәр эшкә лә өлгөрөргә кәрәк. Был күпме көс һәм ныҡышмалыҡ талап итә.
Урман технигы Фәрит Усманов бер ваҡыт йылмайып уға:
- Әйҙә, минең участкаға күс, - тип тәҡдим итә.
- Урындарығыҙ менән алмашырһығыҙ.
Шулай итеп хеҙмәттә һәм мәшәҡәттәрҙә бер-бер артлы йылдар үтә.
- Һинең, Фәйзулла ағай, тормош позицияң бик әүҙем, - ти бер ваҡыт уйҙары менән уртаҡлашҡанда йәш хеҙмәттәштәренең береһе.
- Барыһы ла шулай тип әйтә шул.
Ысынлап та, ул йыйылыштарҙа, конференцияларҙа теләп, ҡыҙыҡһынып ҡатнаша, мөһим мәсьәләләр күтәрә, уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалалар. Башҡа ваҡытта ла әңгәмәләрҙә файҙалы кәңәштәрен оҫта ғына еткерә белә.
Пенсия йәше етә. Был уңайҙан уға бик күп йылы һүҙҙәр һәм теләктәр әйтәләр. Ветеран был турала йыш иҫкә алырға ярата.
Хәҙер Фәйзулла Арыҫланбәк улы Әҡсән урамында үҙ өйөндә йәшәй. 53 йыл ғүмер иткән ҡатыны 17 йыл элек вафат була. Бихисап Маҡтау грамоталары, ҡотлау открыткалары, фотокарточкаларҙан торған өй архивын ул ҡәҙерләп һаҡлай.
Фәйзулла Арыҫланбәк улы йыш ҡына саф һауа һулар өсөн урамға сыға. Ауыл үҙәгенә тиклем барып етә. Айырыуса йома, «баҙар» көндәрендә, таныштары менән осрашырға, һөйләшергә.
Күптән түгел йәнә урамда йөрөгәндә:
- Иҫәнмеһегеҙ, Фәйзулла ағай, - тине баҙар майҙанында урта йәштәрҙәге күптәнге таныш ир кеше уны туҡтатып.
- Бына һиңә ҡарайым да, Һеҙ һаман да оҙон буйлы, төҙ кәүҙәле, егәрле, күтәренке рухлыһығыҙ, зиһенегеҙ ҙә яҡшы һәм өлкән йәштә булыуығыҙға ышаныуы ла ауыр, - тип дауам итә ул. - Бының берәй сере бармы әллә?
- Улай тимә, - тип йылмая Биктимеров. - Күҙ тигеҙәһең.
- Ағай, нисек йәшәп ятаһығыҙ?
- Аллаға шөкөр, һәйбәт кенә. Улдарым ярҙам итеп тора, ә улар миндә өсәү. Өлкән улым Салауат - Салауат ҡалаһында йәшәй. Тормош иптәше менән йыш ҡайталар. Башҡалары - Марс менән Марат, Стәрлебашта. Улым Марс менән киленем Людмила яҡын ғына йәшәйҙәр, шуға күрә ваҡытымдың күп өлөшөн уларҙа үткәрәм. Марат та мине онотмай. Уларға рәхмәт.
Башҡа ауылдаштары менән дә шундайыраҡ әңгәмә ҡора ул.
Ә бит эш йәштә генә түгел, хатта уның өлкән йәштә булыуы ла ҙур хөрмәткә лайыҡ. Иң мөһиме - ул тормош юлын лайыҡлы үткән. Фәйзулла Арыҫланбәк улы был турала тыйнаҡлығы арҡаһында бер ҡасан да һөйләмәй, былай ҙа, бер һүҙһеҙ ҙә аңлашылып тора.
Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. Фото ғаилә альбомынан.