Ҡайтҡас, теш ҡаҙнаһына гель һөртәм, ярҙамы теймәй. Көндөҙ артыҡ беленмәй, ятһам, һулҡылдап һыҙлай. Аптырағандың көнөнән бер төн уртаһында шул әсеүташ онтағын ауыртҡан ергә ышҡыным. Бермә-бер килеште лә ҡуйҙы, һыҙлауы баҫылып, тынысланып йоҡлап киттем. Ике көндә теш ҡаҙнаһының шешен ҡайтарҙы. Дауаһы ныҡ килеште.
Бынан башҡа ла әсеүташтың ярҙамы тейҙе. Улымдың арҡаһына һытҡылар сығып яфалағайны. Әсеүташ онтағын сылатып шул һытҡыларға һөртә торғас, баламдың арҡаһы таҙарып ҡалды. Стоматитты ла әсеүташ менән бөтөрҙөк. Баҡсала булышҡанда быяла ярсығына бармаҡты ҡырҡҡайным, йәһәт кенә яраны йыуып, әсеүташ онтағы һиптем – бик тиҙ төҙәлде. Тура тәғәйенләнешендә лә файҙаланабыҙ: ҡултыҡ аҫтын, табанды онтаҡ менән ыуалағанда, артыҡ тирләп йонсомайһың. Бәлки, минең кәңәш берәйһенә ярар, әсеүташ тағы кемгәлер килешер. Хаҡы ҡиммәт түгел, ә файҙаһы бик ҙур.