Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Октябрь 2018, 12:16

Донъяла ярҙамсыл кешеләр бихисап

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, Улар, маяҡ кеүек, мохтаждарҙың күңелен нурландыра!

Донъяла һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған, ярҙамсыл, мәрхәмәтле, битараф булмаған кешеләр бихисап. Хеҙмәттәштәрем, тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың ата-әсәләре исеменән мәктәбебеҙгә теннис өҫтәле, туристик палатка, волейбол һәм футбол туптары, фәһемле уйындар, ритмика һәм музыка дәрестәре өсөн музыкаль йыйынтыҡтар, шахматтар бүләк иткән Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Эмбра-Групп» йәмғиәте компанияһына хәйриә ярҙамы күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерге килә. Һеҙҙең изге эшегеҙ башҡалар өсөн дә үрнәк булыр, тип уйлайбыҙ. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид балаларға ярҙам күрһәтеп, һеҙ матди ҡиммәттәр генә түгел, ә шатлыҡ һәм өмөт бүләк итәһегеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ бик ҡәҙерле һәм бер ҡасан да онотолмаясаҡ. Хәстәрлекле һәм миһырбанлы, мохтаждарға ярҙам итә белгәнегеҙ һәм теләгегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Эштәрегеҙҙә ҙур уңыштар һәм именлек теләйбеҙ!

Дилфүзә ҒӘЙНУЛЛИНА, Стәрлебаш корреция-интернат мәктәбенең уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары. Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: