Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Октябрь 2018, 12:33

Кешеләр һәм техника ҡышҡы миҙгелгә әҙер

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөүҙә ҡатнашыусы район хеҙмәттәре ҡышҡы шарттарҙа эшләргә әҙерме? Был 9 октябрҙә үткәрелгән район етәкселегенең Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль ярҙамсыһы системаһының Стәрлебаш звеноһы техникаһы смотрында асыҡланды. Ул район үҙәгенең «Пятерочка» магазины алдындағы майҙанды үтте.

Бындай смотр йыл һайын һыуыҡтар башланғансы уҙғарыла. Быйыл унда 22 ойошма һәм предприятиенан 22 төрлө махсус техника берәмеге күрһәтелде. Улар араһында Юл төҙөлөш-ремонтлау идаралығы, «ГИП-ЭЛЕКТРО» йәмғиәте, район электр селтәрҙәре, «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» муниципаль унитар предприятиеһы, 90 һанлы янғын һүндереү часы, үҙәк район дауаханаһы, «Жилищник» йәмғиәте һәм башҡалар.

Комиссия рәйесе - район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров рәттәргә теҙелгән коллективтарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, алға ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығыу өсөн кәрәкле техникаһы етеү-етемәүе менән ҡыҙыҡһынды. Ҡыш миҙгеле башланыр алдынан етәкселәрҙе ниндәй проблемалар борсой, хеҙмәткәрҙәр махсус кейем-һалым менән тәьмин ителгәнме һ.б.

- Һеҙҙең хеҙмәттәргә ҡағылышлы талаптар үтәлеүен күрәм. Бөтәгеҙгә лә киләһе ҡышҡы миҙгелдең эш режимында, имен, ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үтеүен теләйем, - тине Фәнүр Зөфәр улы йыйылыусыларға сара аҙағында.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: