Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Октябрь 2018, 12:24

Белем артыҡ булмаҫ

Уҙған аҙнала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы БР буйынса баш идаралығының Стәрлетамаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан граждандар оборонаһы айлығы даирәһендә «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре» буйынса Бөтә Рәсәй асыҡ дәрес үткәрелде.

Тәүҙә уҡыусыларға Рәсәй Федерацияһында граждандар оборонаһының барлыҡҡа килеүе тураһында видеофильм күрһәттеләр. Балалар граждандар оборонаһы эсенә нимәләр инеүен, уның төп маҡсаты һәм бурысы, ғәҙәттән тыш хәл барлыҡҡа килеү хәүефе тураһында халыҡҡа хәбәр итеү ысулдары менән танышты һәм «Барыһына ла иғтибар» сигналы тапшырылғас, кешеләргә нимә эшләргә кәрәклеге тураһында белде.

Уларға һулыш органдары һәм тәнде һаҡлау сараларын күрһәттеләр, уларҙан файҙаланыу ҡағиҙәләрен һәм ниндәй осраҡта ҡулланырға кәрәклеген һөйләнеләр. Ә быны өлкәндәр ҙә, балалар ҙа белергә тейеш. Иң мөһиме, алған белемдәрен уҡыу занятиеларында ғына ҡулланырға булһын.

Н.А.ГАВРИЛОВ,

БР буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе.
Читайте нас: