Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Октябрь 2018, 12:22

Алтын көҙ

Көҙ - мөғжизәле осор! Йылдың был мәлендә тотош тәбиғәт яңы, ғәжәйеп матур кейемдәр кейгән кеүек: ағастар йәшел «кейемдәрен» сағыу һары-ҡыҙыл төҫтәргә алмаштыра. Тирә-яҡтағы хозурлыҡ таң ҡалдырғыс!

Көндәр ҡыҫҡара, төндәр - оҙая. Ҡояш офоҡтан күтәрелә лә һәм бик тиҙ байый. Көндән-көн уның йылыһы аҙая. Тышта температура яйлап ҡына төшә, ә кисен һиҙерлек һыуыҡтар башлана.

Бына көҙҙөң тәүге айы - сентябрь ҙә үтеп китте. Йылдың мөғжизәле мәленең тағы ҡыҙыҡлы ике айы - октябрь һәм ноябре бар.

Көҙ - яңы уҡыу йылы башы. Урамдар йәнә балалар менән йәнләнә. Беренсе класс уҡыусыларының шатлыҡлы ауаздары тынмай, сөнки улар ошо мәктәп тормошо менән ысынлап та ҡыҙыҡһына.

Эйе, көҙ болотло һәм моңһоу көндәр күберәк була. Әммә, килешерһегеҙ, улар йәйен дә, яҙын да, ҡышын да була. Эйе, күңелле һәм ғәмһеҙ йәй үтеп киткәнгә бер аҙ моңһоу, әммә ул йәнә киләсәк. Ә әлегә ни өсөн көҙгө, алтын мәлдән ләззәт алмаҫҡа! Ерҙе тәүге ап-аҡ ҡар ҡаплағансы бик аҙ ваҡыт ҡалды. Һәм йәнә күңелдәрҙә тәбиғәттең мөғжизәле хозурлығын күҙәтеүҙән моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла буласаҡ.

Юлиә АҠСУЛПАНОВА,

1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы.
Читайте нас: