Ағымдағы йылдың июнь айы уртаһында Октябрҙең 50 йыллығы урамында 9, Ленин урамында 96 һәм 98 һанлы йорттарҙың ишек алдында иҫке бордюрҙарҙы алып, яңылары ҡуйылды, кер киптереү өсөн майҙансыҡтарға, йорт алды территорияларына асфальт түшәү буйынса әҙерлек эштәре башланды, урамдарҙы яҡтыртыу өсөн бағаналар ҡуйылды. Һуңынан бер аҙ ваҡытҡа эштәр туҡталып торҙо. «Алданылар инде. Вәғәҙә иттеләр ҙә эшләмәнеләр», - тиештеләр йортта йәшәүселәр. Әммә... октябрь айы башында барлыҡ йорт алдарында асфальт түшәү техникаһы эшләй башланы. Урындағы юл-ремонт төҙөлөш идаралығының юлсылар-төҙөүселәр бригадаһы бер нисә көндә йорт алды территорияларына, автомобилдәр ҡуйыу өсөн майҙансыҡтарға асфальт түшәне. Йорт алдары күркәмләнеп ҡалды. Хәҙер көҙгө бысраҡта ла хатта күтәрмәле аяҡ кейемендә өйгә бысраҡ индерәм тип ҡурҡмайынса унан атлап үтергә мөмкин. Әммә бының менән генә эштәр тамамланмаған. Эскәмйәләр, сүп -сар һауыттары, бәүелсәктәр ҡуйырға, яҡтылыҡ үткәрергә, кер киптереү өсөн территорияны матурлап эшләп бөтөрөргә кәрәк.
Шарттарға ярашлы, унда йәшәүселәр ҙә йорттарҙы төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерергә, шәмбе өмәләрендә ҡатнашырға, территорияны йәшелләндерергә, унда тәртип урынлаштырырға бурыслы. Улар әйтеүенсә, башҡарылған эштәрҙе күреп һәр кем шатланып үҙ өлөшөн индерер һәм йорт алды территориялары «икенсе һулыш алып», күркәмләнеп, матурланып ҡалыр.
2017 йылда был проектта 21 ҡала һәм ике ҡасаба ҡатнашһа, 2018 йылда - республиканың барлыҡ ҡалалары һәм райондары. Уҙған йылда уға 1 млрд.32 млн. һум аҡса бүленгән, 416 йорт алды һәм 37 йәмәғәт территорияһы ремонтланған. Ағымдағы йылда 1 млрд. 67 млн.һум аҡса бүленгән, 409 йорт алды һәм 123 йәмәғәт территорияһы ремонтланасаҡ.
Проект 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә ил буйынса уға 20 млрд. һум аҡса сарыф итергә планлаштыралар, шуларҙың 5 млрд. һумы - беҙҙең республикала. Үҙ хәбәрсебеҙ.