Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Октябрь 2018, 11:10

Мәктәптә туҡланыуға комплекслы ҡараш кәрәк

Мәктәптәрҙә туҡланыу проблемаһын төрлө категория ғаиләләрен күҙ уңында тотҡан федераль закон йәки маҡсатлы программа ҡабул итеү аша комплекслы алым менән генә хәл итергә мөмкин. Элек төбәк парламентының мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетына етәкселек иткән, ә бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары статусында мәғариф өлкәһенә яуаплы булған Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы ағзаһы Эльвира Айытҡолова шундай фекер белдерҙе.

«Ағымдағы уҡыу йылы башында Салауат районы Арҡауыл ауылындағы ваҡиға Башҡортостан йәмәғәтселеген ҡуҙғатты, тип һөйләй Айытҡолова. – Урындағы мәктәптең ата-әсәләре социаль селтәрҙәрҙә туҡланыу һәм аҙыҡ-түлек блогының санитар-гигиена торошо сифатына ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп, шикәйәттәрен фотоһүрәттәр һәм документтар менән нығытҡан. Улар әйтеүенсә, туҡланыуҙы ойоштороу буйынса хеҙмәттәр аутсорсерҙарға күскәндән һуң хәлдәр насарайған. Хәҙер был мәктәп тикшереүселәрҙең иғтибар үҙәгендә, ваҡиғалар барышын журналистар, йәмәғәтселәр, ата-әсәләр берләшмәһе күҙәтә. Арҡауылдағы ваҡиғалар мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу системаһында йәмәғәт контроле ҡоралы булараҡ, ата-әсәләр комитетының әүҙем позицияһының ни тиклем мөһим булыуын күрһәтте. Ләкин киң мәғлүмәт сараларын һәм социаль селтәрҙәрҙе йәлеп итеп һәр мәктәптә туҡланыу мәсьәләһен хәл итеп булмай, системалы ҡараш зарур».

Бөгөнгө көндә республикала уҡыусыларҙың туҡланыуы ата-әсәләрҙең аҡсаһы иҫәбенә генә тормошҡа ашырыла, тип билдәләне Айытҡолова. Төрлө дәрәжәләге бюджеттарҙан дотациялар ишле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙы ғына туҡланыу менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

«Арҡауыл мәктәп ашханаһында бер баланың иртәнге ашы ата-әсәләргә 20 һумға төшә, улар үҙҙәре менюның арзанлы версияһын һайланы. Улар быны балаларының тулы ҡиммәтле туҡланыуы тураһында хәстәрлек күрмәүҙән эшләмәне. Артығына уларҙың аҡсаһы юҡ. Республиканың күпселек ауыл мәктәптәрендә хәл киҫкен. Һәм, әлбиттә, мәктәп уҡыусыһы өсөн туҡланыу, нисә һум тороуына ҡарамаҫтан, сифат талаптарына тура килергә тейешлеген оноторға ярамай», - тип билдәләне Халыҡ фронты вәкиле.

Учалы районында үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ фронты эксперттары мониторингы туҡланыуҙы ойоштороу буйынса хеҙмәттәрҙе аутсорсинг компанияларына тапшырғандан һуң бары тик уҡыусыларҙың 61 проценты ғына ҡайнар туҡланыу менән тәьмин ителеүен күрһәтте, был 2016 йыл күрһәткестәренән 34% аҙыраҡ. Бындай ғаиләләр күп балалы булмаһа ла аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙың туҡланыуын субсидиялау был һанды арттырырға ярҙам итер ине.

«Мәктәптәрҙә туҡланыу буйынса хеҙмәттәр аутсорсингтарға сифатты яҡшыртыу өсөн бирелде, - тип билдәләне Айытҡолова. - Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек муниципалитеттарҙа быға ирешмәнеләр. Бында бары аутсорсинг компанияһын ғына ғәйепләү дөрөҫ булмаҫ ине. Баланы 20 һумға тулы ҡиммәтле һәм балансланған иртәнге аш менән туйындырыу ауыр. Шуға күрә беҙ социаль туҡланыуҙы «Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар менән тәьмин итеү өсөн тауарҙар һатып алыу, эштәр, хеҙмәттәр өлкәһендә контракт системаһы тураһында» 44 һанлы Федераль закон йоғонтоһонан сығырға кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ. Был дәүләт - шәхси партнерлыҡ шарттарында инвесторҙарҙы йәлеп итеү мөмкинлеге бирер ине».

Халыҡ фронты вәкиле бала сәләмәтлегенең туҡланыуға туранан-тура бәйле булыуын өҫтәне. «Бында балаларҙың белем биреү учреждениеларындағы туҡланыуы ҙур роль уйнай. Проблема тәү ҡарашҡа күренгәндән күпкә тәрәнерәк һәм етдиерәк. Шуға күрә, эксперимент үткәреү етәр, мәсьәләне хәл итеүгә комплекслы һәм уйланылған алым кәрәк» - тип йомғаҡланы Эльвира Айытҡолова.

Индира ЗАҺИҘУЛЛИНА,

Башҡортостан Республикаһында «РӘСӘЙ ӨСӨН ХАЛЫҠ ФРОНТЫ» Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәтенең төбәк башҡарма комитеты ағзаһы.
Читайте нас: