Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Октябрь 2018, 11:20

Еңеүселәр араһында - стәрлебаштар!

«Башэлектросбыт» («ЭСКБ» йәмғиәте) һәм «Рәсәй Почтаһы» филиалы «Бурысһыҙ йәй» берҙәм акцияһына йомғаҡ яһаны. Унда ҡатнашыу өсөн ғәҙәти ысул - почта бүлексәһе сайтында клиенттың шәхси кабинеты аша йәки республиканың ниндәй ҙә банкында 10 июлдән 10 сентябргә тиклем ҡулланылған электр энергияһы өсөн түләргә кәрәк ине. Шулай уҡ һуңғы ярты йылда «Башэлектросбыт» алдында бурыс булмаҫҡа һәм үҙегеҙ 18 йәштән өлкәнерәк булырға тейеш ине. Шулай итеп, кәмендә алты айҙа ҡулланылған электр энергияһы өсөн намыҫлы түләгән йәки акция осоронда Шәхси кабинетын булдырғандар автоматик рәүештә был акцияла ҡатнашыусы булды.

Акцияла 250 меңдән ашыу электр энегияһын ҡулланыусы ҡатнашты. Әммә шуларҙың 20 меңе генә барлыҡ шарттарҙы үтәп, бүләк уйнатыуҙа ҡатнаша алды. «Был акцияның төп маҡсаты - ҡулланыусыларҙың лояль төркөмөн булдырыу. Бынан тыш, беҙ электр энергияһын ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифатын даими камиллаштырабыҙ, - тине «Башэлектросбыт» генераль директоры Андрей Травкин. - Берәүгә лә сер түгел, беҙ Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тәүгеләрҙән булып онлайн-хеҙмәтләндереүҙе ҡулай эшләнек. Һәм бөгөн беҙҙең клиенттар ошо ресурсты әүҙем ҡуллана». Акция йомғаҡтары буйынса конкурс комиссияһы 25 еңеүсене билдәләне.

Акция осоронда шәхси кабинетын булдырып, унда 500 һумдан кәм булмаған суммаға ҡулланған электр энергияһы өсөн түләгәндәргә компания-ойоштороусы үҙенсәлекле бүләктәр әҙерләгәйне. Акция осоронда бер үк ваҡытта иң күп түләү башҡарған Өфө районы Жуково ауылынан С.Г.Тайсин махсус призға эйә булды.

Махсус бүләктәр «Рәсәй Почтаһы»нда ҡулланылған электр энергияһы өсөн яуаплы түләүселәргә лә ҡаралғайны. Башҡортостан Республикаһы баҫмаһына алты айға яҙылыу квитанцияһы һәм «Өйөңдө һаҡла» страховка программаһын алыуға сертификат Өсөгән-Әсән ауылынан яҡташыбыҙ Софья Зиннуровала. Ҡотлайбыҙ!

Ауыл биләмәләре араһында Буҙат ауыл биләмәһен айырыуса билдәләп үтке килә. Унда йәшәүсе халыҡтың 95 проценты ҡулланылған электр энергияһы өсөн ваҡытында түләй һәм шуның өсөн уларға ҙур рәхмәт.

Юнир ХӘСӘНОВ,

«ЭСКБ» йәмғиәтенең клиенттар офисы начальнигы.
Читайте нас: