Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Октябрь 2018, 11:06

«Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ», тип ышандырҙы З.Байғусҡаров

Үҙ проблемалары менән был көндө З.З.Байғусҡаровҡа һигеҙ кеше мөрәжәғәт итте.

Уларҙың өсөһө Ямғырсы ауыл биләмәһенә ҡараған Тормай ауылы вәкилдәре - ирле-ҡатынлы Рәмилә менән Хисаметдин Исмәғилевтар һәм Мәғниә Нәҙершина. Улар ауылда яңы мәсет төҙөү өсөн иҫке мәсет бинаһын һүтеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Бының өсөн аҡса ла йыйғандар. Әммә эш шунда, ҡасандыр төрлө учреждение урынлашҡан иҫке генә бина хәҙер БР Мәҙәниәт министрлығы реестрына индерелгән мәҙәни ҡомартҡы булып торғанға күрә уны һүтеү тыйыла. Был бинаның бер ниндәй документы ла юҡ. Ошо йылдар дауамында ул бер ҡасан да төҙөкләндерелмәгән, әммә ауылдың йәмен боҙоп ултырған бинаны һүтергә рөхсәт юҡ. Бына шундай ҡапма-ҡаршылыҡ. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн Тормай ауылы халҡына уның исеменә ғариза яҙыуҙарын һораны һәм артабан уларға нисек ярҙам итергә мөмкин булыуын уйлармын, тине Зариф Закир улы.

Стәрлебаш ауылынан мөрәжәғәт иткән ҡатындың ире Чечня Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Ҡасандыр ул торлаҡҡа субсидия алыуға сиратта тәүгеләр иҫәбендә торған. Әммә 15 йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, ул һаман да ошо документты ала алмай. Ул ғына ла түгел, документтар ҙа юғалған. Ирле-ҡатынлы үҙ тырышлыҡтары менән йорт һалған. Бының өсөн уларға ипотека алырға тура килә, әммә уны субсидия менән ҡапларға мөмкин.

Мөрәжәғәт иткән икенсе ҡатындың улы III төркөм инвалиды. Сәләмәтлеге буйынса ул эшләй алмай, уны ҡарау өсөн берәй төрлө документ юлларға мөмкинме икән тип ҡыҙыҡһынды ул.

Балалар ижад йорто директоры Эльза Мәсәлимова депутаттан уларға яңы бина менән ярҙам итеүҙәрен һораны. Бөгөн Балалар ижад йорто майҙаны менән СанПиН талаптарына яуап бирмәгән яраҡлаштырылған бинала урынлашҡан. Әле түңәрәктәрҙә 600 ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Балалар өсөн уңайлы булһын өсөн Стәрлебаш үҙәгендә урынлашҡан ҙур ғына бина кәрәк.

Корнеевка ауылына күп балалы әсә күрше ауылдағы балалар баҡсаһына йөрөтөү өсөн берәй төрлө ярҙам сараһын күреүҙәрен һораны. Ауылдан биш километр алыҫлыҡтағы балалар баҡсаһына йәйәү йәки машина яллап йөрөргә тура килә. Балаларҙы көн дә йөрөтөү өсөн байтаҡ аҡса кәрәк, ә ғаилә аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына инә.

Бер һүҙ менән әйткәндә, һорауҙар төрлө булды. Кемдеңдер мөрәжәғәте урында хәл ителһә, башҡаларыныҡы контролгә алынды. Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаҫ, тип ышандырҙы З.Байғусҡаров.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: