Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Октябрь 2018, 11:04

Башҡарылған эшкә отчет бирҙе

Уҙған кесаҙна көндө Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров беҙҙең районда эш сәфәре менән булды. Ул район Советы депутаттары һәм район активы менән осрашты, депутат сифатында башҡарылған эштәре тураһында отчет бирҙе, һуңынан граждандарҙы шәхси ҡабул итеү үткәрҙе.

Осрашыуҙы район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров асты. Зариф Закир улы - беҙҙең районда йыш ҡунаҡ. Беҙгә килгәндә ул граждандарҙы ҡабул итеп, көнүҙәк проблемалары менән килгән кешеләргә ярҙам итергә тырыша. Районға ла төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә һиҙелерлек ярҙам күрһәтә, мәктәптәргә бара, уҡыусылар, төрлө кимәл етәкселәр менән осраша, тип билдәләне Фәнүр Зөфәр улы.

Артабан һүҙ З.Байғусҡаровҡа бирелде. Йыйылыусыларҙы сәләмләп, ул районда күргәндәренән ҙур тәьҫораттар алыуын билдәләне. «Бында тырыш, үҙ еренең ысын хужалары йәшәгәне һиҙелә. Сөнки баҫыуҙар урып-йыйылған, юлдарға асфальт түшәлгән, юл буйҙары - таҙа. Өйҙәр һәм йорт алдары матур», - тине ул.

Артабан Зариф Закир улы башҡарылған эштәр тураһында отчет биреүгә күсте.

- Барлығы беҙҙең фракция тарафынан РФ Дәүләт Думаһына 26 закон проекты, шуларҙың алтыһы шәхсән минең тарафтан тикшереүгә тапшырылды, - тине депутат. - Шулай уҡ закондарға 56 төҙәтмә индерелде. Улар араһында, мәҫәлән, алкоголь һәм спиртлы продукцияларҙы законһыҙ һатҡан өсөн яуаплылыҡты ҡәтғиләштереү тураһында закон проекты бар, уның арҡаһында меңдәрсә кеше сәләмәтлеген юғалта. Был яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш полиция хеҙмәткәрҙәренең бурысы ғына түгел, ә дөйөм тырышлыҡ булырға тейеш. Һәм ошо хоҡуҡ боҙоу өсөн беренсе штраф 30 мең һумдан да кәм булмаҫҡа, ә ҡабаттан «эләккән» өсөн - енәйәт яуаплылығына тарттырыуға тиклем яза ҡаралырға тейеш. Был кешеләрҙе «ағыулағандар» өсөн ғәҙел яза. Сөнки алкоголь ҡулланыу ир-егеттәрҙең ғүмерен 20, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡын - 17 йылға ҡыҫҡарта. Уның арҡаһында ғаиләләр тарҡала, яҙмыштар селпәрәмә килә, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар, инвалидтар, етемдәр һаны арта. Эскеселәрҙе дауалау, уларҙы интоксикация хәленән сығарыу өсөн миллиардлаған дәүләт аҡсаһы сарыф ителә, уларҙы файҙалыраҡ эштәргә тотоноп булыр ине. Шулай уҡ ошондай сирлеләрҙе мәжбүри дауалау тураһында ла закон ҡабул итергә кәрәк, - тине Зариф Закир улы.

Уның башланғысы ярҙамында 2019 йылдың 1 ғинуарынан ауыл халҡына бушлай йығылған ҡоро ағастарҙы биреү тураһында закон проекты үҙ көсөнә инә. Был яңылыҡҡа ыңғай дәлил - бөгөн Ауыл хужалығы министрлығының урманда ҡоро ағастарҙы йыйыу өсөн техникаһы ла, кешеләре лә, мөмкинлектәре лә юҡ. Ул янғын йәһәтенән дә хәүефле булып тора.

Тағы бер закон проекты - урмандарҙа янғындарҙы һүндереү буйынса һөнәри бурыстарына намыҫлы ҡарамаған өсөн вазифалы кешеләргә, эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә ҡарата административ яуаплылыҡ билдәләү. Сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урман янғанда ҡайһы саҡ яуаплы шәхестәр тарафынан уны һүндереү буйынса етерлек оператив саралар күрелмәй.

Бындай вайымһыҙлыҡтан зыян ғәйәт ҙур. Иң аҙ иҫәп буйынса ғына ла ул 20 млрд.һумға етә. Урман - беҙҙең дөйөм байлығыбыҙ һәм бындай законды ҡабул итеү уны киләһе быуындарға һаҡлап ҡалырға, янғындар һанын кәметергә һәм уларҙы һүндереү буйынса оператив саралар ҡабул итмәгәндәргә яза бирергә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ 1 ғинуарҙан урмандарҙы тергеҙеү буйынса закон үҙ көсөнә инәсәк, тине сығыш яһаусы. Хәҙер урмандар аяуһыҙ ҡырҡыла. З.Байғусҡаров әйтеүенсә, күпме ағас ҡырҡылған, үҫентеләрҙең ерегеп китеүен иҫәпкә алып шул тиклем ағас ултыртылырға тейеш. Мәҫәлән, гектарға гектар. Хәҙер ҡырҡылған миллион гектарға бик аҙ ағас ултыртыла.

Займдар буйынса проценттарҙы сикләү - күптәргә ҡағылған тағы бер көнүҙәк проблема. Аҡса кәрәккән, өмөтһөҙлөккә бирелгән кешеләр микро ойошмаларҙа уларҙы ғәйәт ҙур проценттарға ала, ҡайһы саҡ ҡарап та тормайынса документтарға ҡул ҡуя һәм улар аҡса ҡоллоғона бата. Яңы закон проектын ҡабул итеү менән бындай ойошмаларҙың аппетиты киҫеләсәк.

Хәҙер бик күп мәсьәләләр Күп функциялы үҙәктәр аша хәл ителә. Әммә, элегерәк кешеләр Күп функциялы үҙәктәргә документтарҙы йәшәү урыны буйынса ғына тапшыра алһа, хәҙер иһә сиктәр киңәйтелде. Яңы закон проектына ярашлы, һәр гражданин проблемаһы менән илдең ниндәй ҙә Күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. Был дөрөҫ һәм кешеләр өсөн уңайлы, тип уйлайым. Сөнки хәҙер күптәр бер урында йәшәй, икенсе урында эшләй. Күп функциялы үҙәктә күрһәтелгән хеҙмәт өсөн дәүләт пошлинаһын ошонда уҡ, урында түләй ала. Был һуңғы ваҡытта Дәүләт Думаһында ҡабул ителгән тағы бер закон проектында ҡаралған. Был, әлбиттә, Зариф Закир улы әйтеүенсә, Күп функциялы үҙәк клиенттарының тормошон күпкә еңеләйтәсәк. Һуңғы ваҡытта РФ Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителгән закон проекттары иҫәбендә шулай уҡ диспансерлаштырыу үтеүселәр өсөн хеҙмәт хаҡын һаҡлап ял көнө биреү; күп балалы әсәләргә уңайлы ваҡытта отпуск биреү; балиғ булмағандарға ҡарата сексуаль көсләү ҡулланған өсөн язаны ҡәтғиләштереү (2017 йылда 10 меңгә яҡын баланы көсләгәндәр, шуларҙың 1600е - 10 йәшкә тиклем. Һәм был асыҡланған осраҡтар ғына), ҡыуып алып киткән машинаны ватҡан рәүештә ҡыуып алып китеүселәр тарафынан уның хужаһына матди зыянды ҡаплатыу тураһында; ҡуртымға алынған фермер ерҙәрендә торлаҡ ҡаралты-ҡура төҙөүгә рөхсәт; Рәсәй Федерация субъекттарына ауыл хужалығы проекттарын тормошҡа ашырыуға патенттар биреүгә хоҡуҡ; әгәр квитанциялар тәртип һаҡсылары йәки почта хеҙмәткәрҙәре ғәйебе менән һуңлап килгән хәлдә ЮХХДИ штрафтарын түләгәндә 50% ташлама; ауыл хужалығы етештереүселәре артыҡ зыян күрмәһен өсөн яғыулыҡ майлау материалдары ҡиммәтләнеүгә бәйле аграр секторға ярҙам.

Зариф Закир улы илдең пенсия законында булған үҙгәрештәрҙе - хаҡлы ялға сығыу йәше тураһында яңылыҡты ситләп үтмәне. Был популяр булмаған сара - мәжбүри, тип билдәләне ул. Был илдә 90-сы йылдарҙа тыуымдың түбән булыуына, рәсәйҙәрҙең тормош кимәле һәм ғүмер оҙонлоғо артыуға бәйле. Донъяла бик күп илдәрҙә йәш цензы күптән арттырылған. Рәсәй быны һуңғылар иҫәбендә эшләй. Өҫтәүенә, бөгөн күптәрҙең пенсиялары түбән һәм хаҡлы ялға сыҡҡан кешеләр теләгәндән түгел, ә мәжбүри эшләй. Ә пенсия йәшен арттырыу, депутат әйтеүенсә, кешеләргә лайыҡлы пенсия биреү маҡсатына эйә. Ауыл халҡына килгәндә, З.Байғусҡаров ауыл хужалығында 30 йыл эшләүселәр 20% күләмендә пенсияға өҫтәмә түләү алырға тейеш, тип билдәләне (закон шулай уҡ 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә). Хәҙер пенсия алды йәшендәге кешеләрҙе (55 йәше тулған ир-аттарҙы һәм 50 йәшлек ҡатындарҙы) эштән бушатырға тырышҡан эш биреүселәргә енәйәт яуаплылығы ла ҡараласаҡ. Күп балалы әсәләрҙең хаҡлы ялға сыҡҡанда льготаларға эйә булыуын да хәтергә төшөрҙө. Мәҫәлән, биш балалы ҡатын-ҡыҙ 55 йәшендә хаҡлы ялға сыға ала.

Депутат йыйылыусыларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы, сөнки сәләмәтлектең 10 проценты ғына медицина хеҙмәткәренә, 90 проценты - йәшәү рәүешенә бәйле.

Сығышы аҙағында залдан коррупция, патриотизм, маҡсатлы йүнәлештәр, алкоголь һатҡан өсөн штраф, эшһеҙлек буйынса пособиеларға, сүп-сар өсөн хаҡтарға һ.б. бәйле бирелгән көнүҙәк мәсьәләләргә яуап бирҙе.

Йыйылыусылар уның сығышынан бик күп файҙалы мәғлүмәт алғандыр, тип уйлайбыҙ. Сөнки ул ентекле итеп аңлатылды.

Депутатҡа ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле отчет өсөн рәхмәт белдереп, Фәнүр Зөфәр улы Стәрлебаш ерендә уның менән ошондай осрашыуҙар тағы күп тапҡыр үткәрелер,тигән өмөт белдерҙе. Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: