Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь 2018, 11:19

Табылды ауылы ағинәйе

Табылды ауылынан Мәҙинә Ғайсароваға (һүрәттә уртала) 87 йәш. Оло булыуына ҡарамаҫтан, ул өйөндә лә, баҡсаһында ла бик күп сәскәләр үҫтерә, мамыҡ шәлдәр бәйләй, үҙе икмәк һала, ураҙа тота, Ҡөрьән сүрәләре уҡый һәм мәсеткә йөрөй.

Мәҙинә Янғол ҡыҙы 1931 йылда Сейәлек ауылында тыуа. Хәҙерге сейәлек урынында элек ауыл була. Октябрь революцияһынан һуң илдә социализм төҙөлә башлай, ә урындарҙа колхоздар булдырыла. Мәҙинәнең ата-әсәһе Янғол һәм Хәфизә коллектив хужалыҡ булдырыуҙы тәүгеләрҙән хуплап, Табылды ауылына күсенә. Ул ваҡытта Мәҙинәгә ни бары бер ай тулған була. «Яңы ҡойо» колхозына йылҡыһын тапшырып, улар колхозсы була. Ерҙе ул ваҡытта ат, һыйырҙар менән эшкәртәләр. Әлбиттә, ауыр була, әммә тормош әкренләп яйлана барғанда ғына һуғыш башлана... 1943 йылда, көҙөн, немецтар Мәскәүгә яҡынлашҡас, Мәскәү балаларын беҙҙең республикалағы ғаиләләргә тараталар. Һәм Табылды ауылына ике балалы ҡатын килә. Бер йыл буйына улар урындағы халыҡ менән йәшәй. Һуңынан, беҙҙең һалдаттар һөжүмгә күскәс, өйҙәренә ҡайтып китә. Мәҙинә Янғол ҡыҙы уларҙы Стәрлетамаҡҡа тиклем оҙатҡанын хәтерләй.

Хәфизә һәм Янғол Вахитовтарҙың балалары бишәү була. Өлкән улдары Яхъя тәүгеләрҙән Тыуған илен һаҡларға китә. Ата-әсәһе унан бер генә хат алып өлгөрә, унда ул немецтарҙың ҡамауына эләгеүе тураһында яҙа. Икенсе улдары Яҡуп та, кесе командирҙар курсын тамамлап, фронтҡа китә. 1944 йылда ата-әсәһе уға ҡара ҡағыҙ ала. Өсөнсө улдары Фәүҡәт ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас колхозда эшләй, һуңынан армияға алына. Ҡайтҡас педучилище тамамлай һәм оҙаҡ йылдар ауыл, район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе булып эшләй. Беҙҙең мәҡәлә геройыбыҙ - ғаиләһендә дүртенсе бала. Һуғыш башланғанда өсөнсө класта белем ала. Мәктәптә ныҡ һыуыҡ була, хатта яҙыу ҡараһы ла туңа. Мәҙинә Янғол ҡыҙы 1950 йылға тиклем ныҡ аслыҡ булыуын хәтерләй. Ул шул ваҡытта һабансы булып эшләй. Үлән бейек, ер ҡаты булғанлыҡтан яңы баҫыуҙарҙы үҙләштереү ауыр була. 50-сы йылдарҙан һуң ғына эш бер аҙ еңеләйә, үҙйөрөшлө комбайндар сыға. Уңыш мул була, колхозсыларға ашлыҡ бирә башлайҙар. Улар был үҙгәрештәргә шул тиклем ҡыуана!

Мәҙинә апай ата-әсәһе менән ғорурлана. Атаһы Янғол бабай ғәҙел, изге күңелле, егәрле кеше була. Райондың алдынғы хеҙмәтсәне булараҡ ике тапҡыр Бөтә Союз крәҫтиәндәр съезында ҡатнаша. Әсәһе Хәфизә Ибраҡай ауылынан була. Төрлө төҫтә биҙәкле балаҫ һуға белеүе менән тирә-яҡта дан тота. Ҡыҙы ла был һөнәргә өйрәнә. Хәҙер уларҙың станогы ауыл музейында. Мәҙинә Янғол ҡыҙы тормош иптәше Тимербай Миңләхмәт улы менән оҙон һәм бәхетле ғүмер кисерә, ул иһә бала саҡтан спорт ярата, көрәш менән шөғәлләнә, район Һабантуйында күп тапҡыр чемпион була, шулай уҡ Федоровка, Стәрлетамаҡ, Мәләүез райондарына ла Һабантуйҙарҙа ҡатнаша. 1999 йылда ул баҡыйлыҡҡа күсә. Алтын туйҙарына тиклем бер нисә көн генә йәшәп өлгөрмәй. Дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Уларҙың барыһы ла, һәр ҡайһыһы үҙ һөнәрендә лайыҡлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Мәҙинә Янғол ҡыҙы ошо йәшкә етеүенә шат. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре - гөл-сәскәгә күмелгән уның уңайлы, матур йортонда йыш ҡунаҡ. Ул бер ваҡытта ла зарланмай, ә тормошҡа ҡыҙыҡһыныу таба белә һәм оҙон, бәхетле ғүмер бүләк иткәне өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәрен уҡый.Нурия ИСМӘҒИЛЕВА,

Күндерәк ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе. Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: