Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь 2018, 11:57

Әсәйемдең яратҡан мәҡәлдәре

Октябрҙә әсәйебеҙ Яруллина Мөкәрәмә Мәхмүт ҡыҙының тыуыуына 100 йыл була. Атайыбыҙ Мостафа Хәйрулла улы менән улар алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Әсәйебеҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән наградлана. Уның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда хеҙмәт иткәне өсөн дә миҙалдары бар. Әммә беҙгә, балаларына, уның ниндәй әсәй булыуы мөһимерәк ине. Бала саҡта ата-әсәйебеҙҙе баһалауҙы уйлап та бирмәй инек. Үҙ балаларыбыҙҙы тәрбиәләй башлағас ҡына беҙ уларға ни тиклем ауыр булыуын аңланыҡ.

Беҙ ике баланы нисек аяҡҡа баҫтырырға белмәйбеҙ, ә уларҙың алты бала ине! Кешеләрҙең һорауына әсәйебеҙ йылмайып ҡына:

- Улар бит барыһы ла бергә түгел, ә берәмләп тыуҙы! Өлкәндәре кескәйҙәрен ҡарай, ярҙам итәләр, - ти торғайны.

Атайыбыҙ ҙа эште ирҙәрҙеке йәки ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы тип бүлмәне. Әсәйебеҙ сирләһә, Айҙарәленән әсәйебеҙҙең әсәһе, яратҡан өләсәйебеҙ Ҡолоева Хәлимә Фәйзулла ҡыҙы килә торғайны. Әммә шуныһы йәл - ул беҙҙә оҙаҡ торманы, тиҙ арала ҡайтып китә ине. Өләсәйебеҙ беҙҙе ашатып-эсереп кенә ҡалманы, ә бәйләргә, тегергә, ямарға өйрәтте, йомаҡтар ҡойҙо, кәрәкһә беҙҙе үләндәр һәм доғалар менән дауаланы. Әсәйебеҙ ҙә беҙгә әйткән мәҡәлдәрҙе тап өләсәйебеҙҙән ишеткәндер, тип уйлайым.

Ошо халыҡ ижады ынйылары арҡаһында әсәйебеҙҙең кәңәштәре ҡоро нәсихәт кенә түгел, ә ғүмерлеккә изге кәңәш булып ҡалды. Хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр төрлө вариантта ҡабатлана ине: егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ; һәләтһеҙ һәнәк һындыра; тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан; ялҡауға сәбәп табыла; иҫәпкә бар - һанға юҡ; алма беш - ауыҙыма төш; ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә; һин дә мулла, мин дә мулла - атҡа бесән кем һала?

Уҡыуҙа сабырлыҡҡа өйрәткән (Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу), тормошҡа ҡарата (Сабыр иткән - мораҙына ирешкән) әйтелгән мәҡәлдәр ҙә күп. Әммә һәр нимәлә лә сама белергә кәрәк: батырға ла ял кәрәк; ашаған ат арымай; булғанда бүреләй, булмағанда шүреләй; дөйә лә бүләк, энә лә бүләк; ашаған белмәй, тураған белә. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт тураһында ла һөйләшә торғайныҡ. Бик күп һорауҙарға яуапты мәҡәлдәрҙән таба инек. «Күрше хаҡы - тәңре хаҡы». Күршеләргә ҡарата Аллаһы Тәғәләгә кеүек мөнәсәбәттә булдыҡ. Әсәйем күршеләре менән һәр саҡ татыу йәшәне. Йәш саҡта улар бер-береһенә сәй, табаҡ-һауыт, ҡайсы һәм башҡа әйберҙәр һорап ингән. Ә тормош яҡшырып, барлыҡ кәрәкле әйбергә эйә булғас, күршеләр бер-береһенең хәлен белергә генә йөрөй башлай, элекке бәйләм бәйләп кис ултырыуҙар юҡҡа сыға. Ҡунаҡтарға әсәйебеҙ һәр саҡ шат ине. Вафат булғансы: «Саҡырылғандың аты ҙур, саҡырылмағандың хаҡы ҙур» тип ҡабатларға ярата ине. «Саҡырылған ҡунаҡтың дәғүәләре күп булыуы мөмкин, әммә бурыстары ла бар: туйға барһаң туйып бар, ҡуйыныңа ҡуйып бар».

Әсәйебеҙ мәҡәлдәре менән беҙҙе яҡшыраҡ булһын йәки эшләһен өсөн «Кешенән күрмәк - күсермәк» булырға өйрәтте.

Әсәйебеҙ беҙҙең тыйнаҡ, таҙа кейенеп йөрөүебеҙҙе талап итте. «Ағас күрке япраҡ, кеше күрке - сепрәк». Кейем урынлы һәм һауа торошона ярашлы булырға тейеш. «Йәй туныңды ҡалдырма, ҡыш - үҙең дә беләһең».

«Иң мөһиме, өшөмәҫкә һәм сирләмәҫкә. Һалҡын тейгән кеше матур күренмәй», - тип килтерә ине ул үҙ дәлилдәрен. Һауа торошоноң көйһөҙлөктәрен әсәйебеҙ йылы көндө сыҡҡанда «туныбыҙҙы» ҡалдырмаһын өсөн аңлата ине. «Август тыуһа, ауыҙ туңа», «Яҙғы көн ярты аҡыл, көҙгө көн - китек аҡыл». «Тәбиғәттең насар һауа торошо юҡ», - тип йырлайҙар кинофильмдарҙың береһендә. Күк күкрәп, йәшен йәшнәй башлаһа, әсәйебеҙ тәҙрә-ишектәрҙе ябып: «Хоҙайым, беҙҙе һаҡла, бәрәкәтле ямғыр бир», - тип теләй ине. Шуға күрә беҙ бала саҡтан ҡояшҡа ла, ямғырға ла шатланабыҙ. Бер береһен алмаштырып, улар беҙгә мул уңыш килтерә.

Беҙҙең ата-әсәйебеҙ балаларын ныҡ яратты һәм уларҙың тыуған ауылыбыҙҙа, улар йәнәшәһендә йәшәүен теләне. «Ситтә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул», - тип ҡабатланы әсәйебеҙ. Бәлки шуға ла әсәйҙең дүрт балаһы Стәрлебашта төпләнгәндер. Башҡалары Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта.

Хәҙер барыбыҙ ҙа хаҡлы ялда. Беҙҙең дөйөм хеҙмәт стажы 212 йыл тәшкил итә. Быға Таһирҙың хеҙмәт иткән 35 йылын өҫтәргә, ҡалған өс бер туғандың армияла элиталы ғәскәрҙәрҙә ашығыс хеҙмәт итеүен иҫәпкә алырға кәрәк. Беҙҙең ата-әсәйебеҙ лайыҡлы балалар үҫтерҙе. Атайыбыҙ ейәндәрен яратып өлгөрә алманы. Ә әсәйебеҙ 11 ейәнен тәрбиәләшеп, улар өсөн һөйөнөп бөтә алмай ине. Уларҙың барлыҡ үтенестәрен тыңлап, үҙ үрнәгендә һәм мәҡәлдәре менән уларҙы изгелеккә, ғәҙеллеккә өйрәтте. Ҡыҙы Роза ЯРУЛЛИНА.
Читайте нас: