Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь 2018, 11:50

Мини-турпоход

Йәшергән урта мәктәбе уҡыусылары «Сәләмәтлек көнө» спорт сараһын берҙәм һәм күңелле үткәрҙе.

Был көндө 5-9 класс уҡыусылары преподавателдәре менән бергә Айтуған ауылы эргәһендәге яланға сыҡты. Командаларға бүлешеп, ҡыҙҙар һәм егеттәр, нигеҙҙә, туристик йүнәлешендәге конкурстарҙа ярышты. Улар үҫемлектәрҙең атамаларын әйтте, палатка ҡороп-һүтте, «окоптар» буйлап шыуышып йөрөнө, ваҡытҡа усаҡ тоҡандырҙы. Барлыҡ ярыш һөҙөмтәләре буйынса 9 класс уҡыусылары еңеү яуланы. 5-6 класс командаһы вәкилдәре икенсе призер булды, 7-8 класс уҡыусылары өсөнсө урын яуланы.

«Сәләмәтлек көнө» саф һауала спорт менән шөғөлләнеү, командала эшләү һәм яҡшы кәйеф өсөн һәйбәт сәбәп булды.Светлана ШӘЙХУЛОВА. Фотолар автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: