Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау йәки ХШМБ (СОУТ) - эш биреүселәрҙең эш урындарында зарарлы һәм хәүефле производство факторҙары булыуын тикшереү йөкмәтелгән хеҙмәт шарттарын махсус баһалау. Махсус баһалауҙы 2018 йылдың 31 декабренә тиклем тамамлау зарур.
Уны үткәрмәгән осраҡта эш биреүсегә административ һәм хатта енәйәт яуаплылығы ла янай. Хоҡуҡ боҙған өсөн штраф вазифаға һәм шәхестең статусына ҡарап, 200 мең һумға тиклем торош итә ала.
Баһалауҙың законға ярашлы көйләнеүсе срогы һәм уны үткәреү тәртибе бар. Ул биш йылға бер үткәрелә. Әгәр ойошмала хеҙмәт шарттары үҙгәрһә (технологик процестар, штаттар ҡыҫҡартылһа, функциялар һәм бурыстар бүленһә), пландан тыш ХШМБ (СОУТ) үткәрелә. Яңы эш урындары булдырылһа, баһалау 12 ай дауамында үткәрелергә тейеш.
Баһалау тамамланғандан һуң бойороҡ иғлан ителә. Хеҙмәткәрҙәр отчет раҫланғандан алып 30 көн эсендә һөҙөмтәләр менән танышырға тейеш.
Махсус баһалау үткәреү өсөн эш биреүсе йәлеп иткән сервис (баһалау) ойошмаһы тарафынан Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы иҫәбенә махсус баһалау һөҙөмтәләрен индереү, шулай уҡ аныҡ баһалау ойошмаһы тейешле бурыстарын үтәмәгән осраҡта, эш биреүсе Башҡортостан Республикаһындағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына (мәғлүмәтте системаға индереүҙе тәьмин итеү өсөн) мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.
Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһенең дәүләт учреждениеһы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йыл өсөн 4 ФСС формаһы буйынса страховкалаусылар отчетын тапшырған һәм страховка взностарын күрһәткән хужалыҡ итеүсе субъекттар (шәхси эшҡыуарҙар һәм ойошмалар) һаны - 276. 2017 йылда хеҙмәткәрҙәр һаны - 2862 кеше. Ағымдағы йылдың 21 сентябренә 2017-2018 йылдың беренсе ярты йыллығына хеҙмәт шарттарына махсус баһаны райондың ни бары 49 предприятиеһы, ойошмаһы һәм учреждениеһы үткәргән (1655 кеше). Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау үткәрелгән хеҙмәткәрҙәр һаны дөйөм хеҙмәткәрҙәр иҫәбенән 57,8% тәшкил итте. Ашығығыҙ, бик аҙ ваҡыт ҡалып бара.
Райондың финанс идаралығы.