Ағымдағы йылда конкурстар Ирекмәндәр йылына бағышланды. «Тыуған яҡ тәбиғәте» конкурсында ҡатнашырға 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар саҡырыла. Эштәр 15 сентябрҙән 15 ноябргә тиклем
www.эко2018.рф сайтында электрон төрҙә ҡабул ителә. Еңеүселәр һәм призерҙар 1 декабрҙә иғлан ителәсәк. Бүләкләү 3 йәш категорияһында үткәреләсәк: 7-9 йәш, 10-14 йәш, 15-18 йәш. Конкурс балалар һәм үҫмерҙәрҙә экология мәсьәләләренә ҡыҙыҡһыныу уятыуға, үҫеп килеүсе быуында экологик мәҙәниәтте булдырыу, Рәсәйҙең тәбиғи мираҫын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта танышырға мөмкин.