Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь 2018, 11:48

Хәрби хеҙмәт саҡыра

«Призыв комиссияһы ҡарары менән Һеҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәткә әҙер тип танылаһығыҙ» - армияға алыныусыларҙың ҡайһы берҙәре был һүҙҙәрҙе ғәҙәти, ә бәғзеләре - айырыуса шатланмай ҡабул итә. Әммә, балиғ булған егеттәрҙең кәйефенә һәм теләгенә ҡарамайынса, һәр яҙын һәм көҙөн Тыуған ил уларҙы гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡыра.

Көҙгө призыв 1 октябрҙә башланды. Уның сроктары үҙгәрешһеҙ ҡала, ул 31 декабргә тиклем дауам итәсәк. Быйыл көҙөн Рәсәй армияһы сафтарын стәрлебаштар ҙа тулыландырасаҡ. Ошо көндәрҙә 1991-2000 йылдарҙа тыуған һәм саҡырыу ҡағыҙы алған егеттәрҙең үҙәк район дауаханаһы һәм хәрби комиссариат араһында йүгереп йөрөүҙәрен күрергә мөмкин. Иртән - медицина тикшереүе, төштән һуң - призыв комиссияһы (һүрәттә). Барлығы хәрби комиссиариатҡа килергә саҡырыу ҡағыҙын райондан 126 егет алған. Хәрби хеҙмәткә 20нән ашыу кеше алынасаҡ - беҙҙең район өсөн быйыл көҙөн план шундай. Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: