Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Октябрь 2018, 16:10

Мутлашыусыларҙың яңы ысулы теркәлгән

Билдәһеҙ мутлашыусылар барыһына ла вируслы СМС-хәбәр ебәрә, уны асып уҡығандан һуң SIM-картала булған аҡса юҡ була. Шулай уҡ аҡсаның банк картаһынан да юғалыуы мөмкин. СМС-хәбәрҙә ошолай тип яҙыла: «mms,- topmmsrr.ru/rn».

Шулай итеп, 20 сентябрҙә ошо ҡалала йәшәүсе билдәһеҙ кеше уның банк картаһынан 2 ме ң һум күләмендә аҡса урлау тураһында ғариза менән полицияның дежур бүлегенә мөрәжәғәт итә.

Зыян күреүсе һүҙҙәре буйынса, уның кеҫә телефонына билдәһеҙ абоненттан: «Электрсы Ф. һеҙгә mms: smsbf.me/390» Валерийҙан, тигән хәбәр килә. Ир уны асып уҡығас, телефон экранында телефон көйләгестәренә инергә кәрәклеге тураһында хәбәр күренә. Зыян күреүсе бының сәйер булыуын һиҙеп, телефонын һүндереп ҡабаттан тоҡандырырға була. Бынан һуң уға таныштары шылтырата башлай, йәнәһе зыян күреүсенән уларға ғәйепләү характерында хәбәрҙәр килә. Ул уның телефонына вирус инеүе тураһында барыһына ла хәбәр итә. Артабан ул «Мобиль банк» сервисы аша банк картаһы иҫәбен тикшерергә була. Унда ингәс, картаһынан аҡса юғалыуын күрә. Ир уғрылар тоҙағына эләгеүен аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Әлеге факт буйынса енәйәт ҡылыу билдәһе буйынса, Енәйәт кодексының 159-сы статьяһында ҡаралған енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Һеҙҙең телефонға ошондай хәбәр килгән осраҡта нимә эшләргә:

- уны тиҙерәк бөтөрөгөҙ;

- хәбәрҙә булған һылтанмаларҙы асмағыҙ;

- яҡындарығыҙға һәм таныштарығыҙға алдан хәбәр итегеҙ.

Вирусты асып уҡыған осраҡта нимә эшләргә:

- SIM-картаны телефондан алығыҙ;

- телефонды хәүефһеҙ режимда һүндереп тоҡандырығыҙ;

- вирусты бөтөрөгөҙ. Ул SMS_S, SMS, MMS, Хәбәр, SMS Фото, MMS Фото, Foto йәки ошоларға оҡшаш булыуы мөмкин;

- телефонығыҙҙы һүндереп тоҡандырығыҙ.

Иғтибар! Уяу булығыҙ, мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ!

Юлия ВЕНЮКОВА,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлек хеҙмәткәре.
Читайте нас: