Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Октябрь 2018, 16:27

Һаҡланыуҙың зыяны юҡ

Көнкүреш газы кеше өсөн файҙалы ғына түгел, юғары хәүефһеҙлек сығанағы булып та тора. Көнкүрештә ике төр: торбалар буйлап өйгә килгән магистраль һәм баллондарҙа һатылған шыйыҡландырылған тәбиғи газды ҡулланалар. Көнкүреш газы сығып ултырған хәлдә кеше ағыуланыуы йәки шартлау барлыҡҡа килеүе мөмкин. Шуға күрә, хәүефһеҙлек тәьмин итеү, үҙегеҙҙең һәм тирә-яҡтағы кешеләрҙең ғүмеренә хәүеф тыуҙырмаҫ өсөн газ һәм көнкүреш газ приборҙарынан файҙаланыу ҡағиҙәләрен онотмағыҙ һәм үтәгеҙ.

Плитәгә сәйгүн ҡуйып газды һүндермәй йәки көйләгесте ябып бөтөрмәй эшкә сығып киттегеҙ, йоҡларға яттығыҙ, йә иһә бөтөнләй отпускка киттегеҙ ти. Йыш ҡына телевидениенан көнкүреш газды ҡулланыуға бәйле фажиғәләр тураһында хәбәр итәләр. Бына йорт емерелгән, подъезд эргәһендә торған кешеләр хәҙер бөтөнләй ҡыйыҡһыҙ ҡалған. Яҡындарын юғалтҡандарҙың ҡайғыһын әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Бик ҡыҙғаныс. Әгәр бер аҙ иғтибарлыраҡ булһалар, быға юл ҡуймаҫҡа мөмкин булыр ине. Беҙҙе һәр ваҡыт иҫкәртәләр: газдан файҙаланғанда вайымһыҙлыҡ һәм иғтибарһыҙлыҡ енәйәткә тиң! Һәм йәнә янып торған комфорка өҫтөнә кейем эләбеҙ - шулай тиҙерәк кибәсәк, өйҙө йылытыр өсөн газ ебәрәбеҙ - шулай йылыраҡ, плитәлә ҡайнап ултырған кәстрүлде ҡалдырып магазинға сығып китәбеҙ - оҙаҡҡа түгел бит! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙыҡ-түлектең көйөүе - фатирҙарҙа янғын сығыуҙың иң таралған сәбәптәренең береһе.

Ағымдағы йылдың уҙған осоронда Стәрлетамаҡ ҡала округы территорияһында янғын һағы хеҙмәткәрҙәре тарафынан газ плитәһендә аҙыҡ яныуына 25тән ашыу саҡырыу булған. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 20.4 статьяһының 1-се бүлеге буйынса эшләп торған газ плитәһендә аҙыҡты ҡарауһыҙ ҡалдырып киткән өсөн 19 гражданин административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Әгәр фатирҙа тороусы газ плитәһен эшләгән килеш ҡараусыһыҙ ҡалдырып, һәм ошоға бәйле ут сыҡҡан хәлдә газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ошо кеше тейешле инструктаж үтеп, газ приборҙарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штраф түләгәнсе газ биреүҙе туҡтатып тора.

Хөрмәтле район халҡы! Хатта ашарға әҙерләү һәм уны йылытыу кеүек шундай ябай көндәлек процедура ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙе талап итә. Плитәлә аҙыҡ янғанда бик күп ағыулы газ бүленеп сыға. Был ғүмер өсөн ныҡ хәүефле. Уяу булығыҙ! Газ плитәһенең һүнгән булыуына ныҡлы инанғас ҡына йорттан сығығыҙ йәки йоҡларға ятығыҙ. Һеҙҙең иғтибарһыҙлығығыҙ етди һәм төҙәтә алмаҫлыҡ эҙемтәләргә килтереүе мөмкин!

Ю.Г.ФОМИН,

Стәрлетамаҡ район-ара бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе.
Читайте нас: