Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Сентябрь 2018, 14:26

Йылғаларҙы бысратмайыҡ!

Күптән түгел Буҙат ауылында йәшәүсе бер кеше редакцияға килеп Буҙат йылғаһының бысраныуға зарланды. Беҙ быны иғтибарһыҙ ҡалдыра алманыҡ һәм хәл-торошто асыҡлар өсөн БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығының әйҙәүсе белгес-эксперты И.Р.Кәримов менән ошо ауылға барып ҡайттыҡ.

- Проблема ысынлап та бар, - тип килеште Илнур Рифат улы. - Бер нисә шәхси ярҙамсы хужалыҡ ҡаралты-ҡураһы, атап әйткәндә, һарайҙар, мунсалар (һәм хатта бәҙрәфтәр), тиреҫ өйөмдәре йылға ярына яҡын урынлашҡан. Был етешһеҙлектәр күптән асыҡланып, факт буйынса штраф һалынған. Әммә, асыҡланыуынса, етешһеҙлектәр бөтөрөлмәгән.

Кешеләр элек-электән йылға яры буйында урынлашҡан, сөнки ул ашата ла, эсерә лә. Буҙат ауылы йылғалары һәм һыу ятҡылыҡтары менән бик маҡтана алмай. Бындағы урындар урман-дала зонаһына ҡарай. Ауыл эргәһенән аҡҡан Буҙат йылғаһы, бәлки, ҡасандыр, тулы һыулы булғандыр, хәҙер иһә - аҙ һыулы, әммә шәп аға.

- Минең өйөмдән юғарыраҡ ундан ашыу шәхси хужалыҡ урынлашҡан. Йылғаға мунсаларҙан һыу ағып төшөүҙән тыш, ҡайһы бер вайымһыҙ кешеләр унда сүп-сар ташлай, - тип борсолоп һөйләй редакцияға мөрәжәғәт иткән ауыл кешеһе. - Мин йылғаны таҙартырға тырышам. Пластик шешәләр, янған лампалар, полиэтилен пакеттар, ҡыҫҡаһы, нимә генә юҡ. Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа беҙҙең урындарҙа ҡондоҙҙар үрсене.

Билдәле булыуынса, ҡондоҙҙар ағас ботаҡтары, ағастар ярҙамында йылғаны быуа. Хатта ҡондоҙҙарҙың махсус улар өсөн ҡуйылған ҡапҡандарҙы ла төҙөлөш өсөн ҡулланғаны билдәле! Дөйөм алғанда, ғәжәйеп хайуандар! Әммә, ҡондоҙҙарҙан тыш, ауыл халҡы үҙе лә йылғаны быуып булышҡан (һүрәттә), был үҙҙәренең йортта аҫраған ҡош-ҡорттары өсөндөр, тип уйлайбыҙ.

- Йорт территорияһын, айырыуса, һыуға яҡын урынлашҡандарын тәртиптә тоторға тейешлегебеҙ тураһында граждандар йыйындарында иҫкәртәм, халыҡ менән шәхсән аралашам, - ти урындағы хакимиәт башлығы С.Р.Сәфәрғәлиев.

Таҙа йылғалар һәм ярҙар - һәр кемдең хәстәрлеге. Әйҙәгеҙ, тәбиғәтебеҙгә һаҡсылыраҡ ҡарайыҡ, киләһе быуындар өсөн уның байлыҡтарын һаҡлайыҡ һәм арттырайыҡ.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Авторфотоһы.


Читайте нас: