Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Сентябрь 2018, 14:38

Улар - ауылыбыҙ ғорурлығы

Ғаилә - ул коллектив. Әгәр уға кемдер берәү етәкселек итһә бик яҡшы. Был «кемдер» - мөхәббәт булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Тормошта бөтә нимәгә алмаш табырға мөмкин, әммә бер ҡасан да яҡын кешеңә, балаларыңа алмаш табып булмай. Өйөндә бәхетле булған кеше генә ысынлап та бәхетле, бында хаталарҙы ғәфү итәләр, уңыштар һәм еңеүҙәр өсөн улар һеҙҙән дә нығыраҡ шатланасаҡ. Ямғырсы ауыл биләмәһендә беҙ тап шундай берҙәм, татыу ғаиләләр менән таныштыҡ.

Сараны ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнүр Кәримов асып, конкурста ҡатнашыусыларға уңыштар, ә йыйылыусыларға - ял ваҡытын күңелле үткәреүҙәрен теләне. Һәр ғаилә жюри ағзаларын һәм ауылдаштарын ижади номерҙар, тормоштан ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән ғәжәпләндерҙе. Уларҙың һәр ҡайһыһы, һис шикһеҙ, һоҡланыуға лайыҡ, һәр ҡайһыһынан үрнәк алырға, кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға мөмкин.

58 йыл ғүмер кисергән Әминә һәм Хәйҙәр Сәхипгәрәевтар нисек балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләргә, уларға кәңәшсе лә, дуҫ та булырға кәрәклеген башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ белә, сөнки улар дүрт улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Бөгөнгө көндә уларҙың барыһы ла ғаиләле ата-әсәләр, тирә-яҡтағыларҙың хөрмәтен яулаған кешеләр. Хәйҙәр Ғәлимулла улы байтаҡ йылдар Үрге Гөлөм ауылында ферма мөдире, Әминә Миңлехан ҡыҙы - китапханасы, һуңынан ауыл мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләй. Сәхипгәрәевтар аралашыусан һәм ауылдаштарына ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, шуға ла хеҙмәттәштәре, дуҫтары һәм яҡындары уларҙы хөрмәт итә һәм ярата.

Тормай ауылынан Ғәлиә һәм Йәүҙәт Хәйбуллиндар ҙа күп балалы ғаилә, Айнур, Айгөл һәм Рәфис исемле өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Уларҙың барыһы ла Стәрлетамаҡта йәшәй, ата-әсәһенә йыш ҡунаҡҡа ҡайталар. Йәүҙәт Сәббәх улы әле хаҡлы ялда, күп йылдар колхозда инженер, Ғәлиә Мәсләм ҡыҙы магазинда һатыусы булып эшләй. Ауылдаштары уға аҙыҡ-түлек һатып алырға ғына түгел, ә кәңәш һорарға, әңгәмәләшергә килә. Йәүҙәт ағай ҙа шундай уҡ асыҡ күңелле кеше. Уҙған йыл ҙур кирбес йорт һалып сыҡҡандар.

Ямғырсы ауылынан Рәмзилә һәм Рәмил Арыҫлановтар - хеҙмәт менән ғаиләлә именлеккә ирешергә, балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә мөмкин булыуын үҙ үрнәгендә иҫбатлай. Рәмил Фәтҡулла улы - фермер, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, күп мал аҫрай. Рәмзилә Фәррәх ҡыҙы - хужабикә. Ата-әсәһе кеүек үк ике улдары һәм ҡыҙҙары егәрле, тәүәккәл булып үҫә. Әле улар Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, әммә мөмкинлек булған һайын ата-әсәһенә хужалыҡҡа ярҙам итергә ҡайта.

Педагогтар Лилиә һәм Мөнир Хисамовтарҙың күп балалы ғаиләһе Ямғырсы ауылында ҙур, иркен, матур йортта йәшәй. Улар уны күптән түгел генә һалып сыҡҡан. Ирле-ҡатынлы икеһе лә Ямғырсы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Мөнир Әхәт улы - тарих һәм физкультура, Лилиә Рәшит ҡыҙы - башланғыс кластар уҡытыусыһы. Ата-әсә балаларында спортҡа һөйөү һәм уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уята алған. Улар - төрлө фәндәр, шахмат, тай боксы буйынса район олимпиадаларында еңеүселәр.

Альбина һәм Ирек Фәхриетарҙың ғаиләһе - йәш, әммә ауылдаштары араһында тырышлыҡтары һәм бер-береһенә ҡарата ихтирамлы булыуҙары менән танылыу яулаған. Уларҙың татыу ғаиләһендә улдары Данил һәм ҡыҙҙары Арина үҫә. Ирек Ришат улы вахта ысулы менән Себерҙә, Альбина Шәйхетдин ҡыҙы - район үҙәгендә кеҫә телефоны салонында һатыусы булып эшләй. Ирле-ҡатынлы балаларының бала сағы ҡыҙыҡлы булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй, йыш пикникка сыға, ғаилә байрамдары ойоштора, үҙенсәлекле традиция уйлап табалар.

Был сара бик матур, йылы, уңайлы булды. Ғаилә парҙарының сығыштары Әлиә Назарова, Зөмәрә Абдуллина, Рәфис Назаров, Эльмира Абдуллина һ.б. башҡарыуында матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Ошо матур тантана аҙағында конкурс эстафетаһын Йәшергән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нияз Ғимазов ҡабул итте, ә уның менән килгән үҙешмәкәр артистар Фәнил Дияров һәм Рәфил Азаматов баянда уйнап музыкаль йыр бүләк итте. Мәшәҡәтле көҙгө осорға ҡарамаҫтан, Ямғырсы ауыл биләмәһе халҡы үҙҙәренең конкурс өлөшөн лайыҡлы үткәрә алды. Афарин!


Гөлсинә ФӘХРИЕВА, Ямғырсы ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: