Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Сентябрь 2018, 14:45

Пенсияға йәштән әҙерлән

Ҡасандыр өләсәйем йәп-йәш ҡыҙ, ә олатайым - «ауылдың иң шәп егете» булғандыр тип күҙ алдына ла килтереп булмай. Тап шулай уҡ хәҙерге йәштәргә лә күпмелер ваҡыттан улар өләсәй-олатай булырҙар кеүек түгел. Әгәр улар ҡартлыҡ тураһында уйлаһа ла, үҙҙәрен әүҙем һәм заман менән бергә атлаусы итеп күрә. Шулай булырға тейеш тә. Ҡартлыҡ бәхетле һәм ҡыҙыҡлы тормоштоң дауамы булһын өсөн пенсия тураһында алдан хәстәрләргә кәрәк. Быны нисек дөрөҫ эшләргә кәрәклеге тураһында Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы студенттарына уҡып йөрөгән йәштәр араһында пенсия белемен арттырыу кампанияһы даирәһендә район Пенсия фонды идаралығында һөйләнеләр.

Асыҡ дәрес ваҡытында район Пенсия фонды идаралығы начальнигы Лилиә Кәримова студенттарҙы Рәсәйҙә Пенсия фондының тарихы менән таныштырҙы, пенсия хоҡуҡтары, уларҙың нисек барлыҡҡа килеүе һәм нимәгә бәйле булыуы, пенсияның страховка һәм тупланма өлөшө араһында айырма, ни өсөн СНИЛС картаһы, пенсия тураһында йәштән үк хәстәрлек күрергә кәрәклеге, «аҡ хеҙмәт хаҡы» алыу мөһимлеге, Әсәлек капиталы тураһында һөйләне. Студенттар шулай уҡ Пенсия фонды идаралығының клиенттар эше менән танышты, һәр бүлектә белгестәр үҙ бурыстары тураһында һөйләне, хеҙмәт эшмәкәрлеген тамамлағас дөрөҫ финас тәьминәте буйынса кәңәштәр бирҙе. Дөйөм алғанда, әңгәмә ыңғай мөхиттә үтте: уҡыусылар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашты. Сара тамамланғас, Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәрҙәре асыҡ дәрестә ҡатнашыусыларға «Уҡыу һәм йәшәү өсөн барыһы ла киләсәк пенсия тураһында» тип аталған брошюра бүләк итте.

Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: