Ауылдың хөрмәтле кешеләре Ғәли Сәләхетдинов, Фәнил Бакиров, Илдус Мөхәмәтов, Йәғәфәр Абдуллин, Хәлил Ҡәйүмов, Хәйҙәр Гәрәев, Миңнур Нурғәлиева, Мирхәлим Мирғәсимов, Инвер Бакиров, Таһир Абдуллиндарҙан торған инициатив төркөм ҙур эш башҡарҙы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәр йорттан улар 500ҙәр һум аҡса йыйҙы. Финанс ярҙам күрһәткәне өсөн бағыусыбыҙ Хәмит Фәтҡуллинға айырыуса рәхмәт белдерәбеҙ. Халыҡтан йыйылған һәм бағыусы биргән аҡсаға (92 мең һум) урындағы бюджеттан 48 мең һум өҫтәнек, 311 мең һум республика бюджетынан ҡушылды. Шулай итеп, дөйөм тырышлыҡ менән беҙ тағы бер проблеманы хәл иттек.
Әйткәндәй, МПК - 2.0 (мобиль янғын һүндереү комплексы) эштә һынап ҡаралды ла инде - күптән түгел ҡапыл янып киткән сүплектәге ут янғын дружинаһы тарафынан яңы техника ярҙамында тиҙ һәм оператив һүндерелде.