Һуғанды, йәй ямғырлы булһа, ныҡ киптерергә кәрәк. Һаҡларға һалырҙан алда бер-ике аҙна 30 – 35 градус йылы температурала тотоп алыу мөһим. Һабағын 4-5 сантиметр самаһы ҡалдырығыҙ, ҡыҫҡа ҡырҡылһа, төрлө инфекция үтеп инеп, һуғанды серетеүе ихтимал. Ике-өс градус йылылыҡта һуған һәйбәт һаҡлана, оҙағыраҡ ята.
Кишерҙе алырға ашыҡмаҫҡа ла ярай, сөнки ул сентябрь аҙаҡтарына тиклем етешә. Ә инде өҙлөкһөҙ ямғырҙар йонсотһа йәки ярыла башлаһа, мәленән алда ҡаҙып алыуҙан башҡа сара юҡ. Шунда уҡ һабаҡтарын ҡырҡырға кәрәк. Тик ҡул менән түгел, ә төбөнәсә бысаҡ менән. Һаҡларға һалыр алдынан кишерҙе йыуырға мөмкин. Ләкин аҙаҡ бер-ике көн ышыҡта киптереп алыу фарыз. Был йәшелсә мөгәрәптә бер-ике градус йылы температурала полиэтилен тоҡсайҙарҙа йәки таҙа ҡом һалынған йәшниктәрҙә һәйбәт һаҡлана.
Картуфты ҡаҙып алғас та 12—16 градус йылыла 15 – 20 көн тирәһе ҡоро ҡараңғы урында тоторға кәрәк. Шунан боҙолған, ҡырҡылғандарын айырып алып, һәйбәттәрен генә һаҡларға һалырға мөмкин. Дөрөҫ үҫтерелгән, ваҡытында ҡаҙып алынған картуф өй шарттарында ла яңы йылға тиклем һәйбәт һаҡлана. Тик ул ҡараңғы урында торорға тейеш. Шулай ҙа мөгәрәпкә йәки баҙға ҡуйыу хәйерлерәк. Араларына һарымһаҡ бүлкәләрен һалырға була.
Картуфты ҡаҙып алырға бер аҙна ҡалғас, уның һабағын 10 – 15 сантиметр ҡалдырып сабып ташларға кәрәк. Әммә һабаҡҡа тейеүенә юл ҡуйырға ярамай. Сөнки һабаҡ йыш ҡына фитофтора менән зарарланған була. Сирле картуф тәүҙә ҡара-зәңгәрһыу, һуңынан көрән таптар менән ҡаплана. Әгәр ҙә ашарға уйлаһағыҙ, зарарланған урындарын ҡырҡып ташлағыҙ. Ҡаҙып алынған картуфты елдә һәм ҡояшта 40 минуттан артыҡ тоторға ярамай. Әммә һаҡларға һалынғанын яҡшы итеп киптерергә онотмағыҙ. Ҡорттар (проволочница) зарарлаған булһа, оҙаҡ һаҡланмай, уңышты ҡутырлата.
Картуфҡа ҡайһы саҡта ҡара тәпәй (черная ножка) тигән сир ҙә йоға. Ул бәләкәй генә йәрәхәт рәүешендә була.
Айлап ямғыр яуғанда ла картуф төрлө бактерия менән зарарланып сирләй. “Икенсе икмәк”те һаҡлау өсөн иң ҡулай температура +2, +5 градус. Сағыштырмаса дымлылыҡ 70 – 75 процент булырға тейеш.
Ҡайһы бер кәбеҫтәләрҙең күсәне үҫкән ваҡытта ярыла. Ваҡытында ҡырҡып алмаһаң, иртә өлгөрә торған кәбеҫтәнең ярылыуын көт тә тор. Сөнки уларҙың япраҡтары йомшаҡ. Әммә быға юл ҡуймаҫҡа мөмкин.
Кәбеҫтәне тейешенсә ашламалар менән туҡландырһаң, йылыла үҫһә, матур булып ҙурая. Көндәр һыуытҡан ваҡытта япраҡ туҡымалары тупаҫлана (һыуҙы һаҡлар, һалҡындарға ҡаршы көрәшер өсөн). Йылытып ебәрһә, эстән туҡымалар үҫә башлай һәм бына шулар арҡаһында иҫке япраҡтар ярыла. Кәбеҫтәгә даими рәүештә һыу ҙа һибеп тороғоҙ, үҫкән ваҡытында ғына ашлағыҙ. Күсәнләнә башлағанда әҙерәк туҡландырырға кәрәк.
«Башҡортостан» гәзитенән.