- Эш туҙанлы түгел, матур, мөләйем балалар менән уйнап, һүрәт төшөрөп кенә ултырырһың, тине ул шул саҡта. Был һүҙҙәрҙе бөгөн йылмайып иҫкә алам. Сөнки тәү ҡарашҡа ғына беҙҙең эштә барыһы ла еңел күренә. Ә ысынында барыһы ла улай түгел. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тәүге ваҡытта ауыр булды, айырыуса педучилище дипломын алып 1 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһында эшләй генә башлаған сағымда. Миңә шунда уҡ төркөм биреп, төп тәрбиәсе итеп тәғәйенләнеләр. Әммә миңә тәжрибәлерәк хеҙмәттәштәрем ярҙамлашты. Ваҡыт үтеү менән һөнәремә ысынлап та ғашиҡ булдым, хатта ошо учреждениела 11 йыл ғүмерем үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, - тип һөйләй үҙе тураһында З.Кәримова.
Ошо йылдарҙа Земфира Валерий ҡыҙы шаҡтай ҙур педагогик тәжрибә туплап, ситтән тороп Силәбе дәүләт педагогия университетын тамамлай. 2015 йылда уны яңы асылған 4 һанлы балалар баҡсаһына өлкән тәрбиәсе итеп тәғәйенләйҙәр.
- Коллектив йәш, маҡсатҡа ынтылыусан, дәртле. Ниндәй ҙә идеяны шунда уҡ күтәреп алалар, хуплайҙар. Бергәләп өйрәнәбеҙ, һөнәребеҙҙең серҙәрен танып-беләбеҙ, - ти минең әңгәмәсем.
Дөрөҫөн әйткәндә, Земфира Кәримованың әле башҡа бурыстары ла бар, уға туранан-тура педколлектив, бихисап документтар менән эшләргә, отчеттар, методик пландар төҙөргә тура килә. Әммә көн һайын ул төркөмдәрҙе йөрөп, кескәйҙәр, уларҙың ата-әсәләре менән аралаша.
- Һөнәремде яратам, бар белемемде, тәжрибәмде, күңелемде бирәм. Ә ҡасандыр миңә дөрөҫ юл һайларға ярҙам иткән әсәйемә рәхмәтлемен. Эшемдән ҙур ҡәнәғәтлек алам, - ти Земфира Валерий ҡыҙы.
Һөнәри байрамдары алдынан райондың барлыҡ мәктәпкәсә учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап, түҙемлелек, юғары ижади күтәренкелек һәм илһам теләйбеҙ! Тәрбиәләнеүселәрегеҙ һәр ваҡыт һеҙҙе уңыштары менән шатландырһын, йәнәшәгеҙҙә һәр саҡ балаларҙың шат ауазы яңғыраһын.