Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Сентябрь 2018, 11:45

Гран-при беҙҙең Зөфәрҙә

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районында «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» тип аталған башҡорт халыҡ тарихи йырҙарын башҡарыусыларҙың II төбәк фестивале уҙҙы. Унда Салауат, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалалары, шулай уҡ Әлшәй, Белорет, Ейәнсура, Ишембай, Күгәрсен, Мәләүез, Мишкә, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка һәм Шишмә райондарынан 60тан ашыу кеше ҡатнашты. Был вокал һәм фольклор йүнәлешендәге үҙешмәкәр халыҡ ижады коллективтары, ғаилә династиялары һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары, студенттар һәм республиканың профессиональ башҡарыусылары. Тәүге тапҡыр был фестиваль 2016 йылда уҙғайны.

Ижади коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың сәнғәте «Башҡорт халыҡ тарихи йыры» һәм «Биҙәү-ҡулланма сәнғәте» номинацияларында баһаланды. Ҡатнашыусыларҙы Күмертау ҡалаһы Республика халыҡ ижады үҙәге филиалы директоры Әлфиә Грязнова етәкселегендә компетентлы жюри баһаланы. Жюри составына шулай уҡ композитор, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев; БР атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсәсәк Зарипова һәм башҡалар инде.

Беҙҙең районды фестивалдә Ҡарағош ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Зөфәр Атанғолов (һүрәттә)һәм Һарайҫа ауылынан Зөлфиә Бирҙеғолова күрһәтте. Зөфәр башҡарыуында «Сибай» һәм «Абдрахман» халыҡ йырҙары жюри ағзалары тарафынан юғары баһаланды, улар берҙәм тауыштан Гран-приҙы уға тапшырҙы. Зөлфиә Ишбулды ҡыҙы I дәрәжә дипломы менән бүләкләнде.

Призерҙарҙы ихлас күңелдән еңеүҙәре менән ҡотлап, киләсәктә лә ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: