Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2018, 11:38

Зыяратта - яңы ихата

Ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарының бурыстары һанап бөткөһөҙ. Сөнки һыу менән тәьмин итеү, юл, мәҙәниәт, белем биреү объекттары булһынмы, һәр ерҙә уларҙың проблемалары һәм хәстәрлектәре баштан ашҡан. Зыяраттарҙы ҡарап тотоу тағы мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

Яҙ етеү менән барлыҡ ауылдарҙа улар территорияларҙы таҙартыу, ихаталарҙы алмаштырыу буйынса шәмбе өмәләре ойоштора. Өҫтәүенә, үҙҙәре лә унда әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, күптән түгел Өсөгән-Әсән ауылы зыяратында ғәҙәти булмаған шәмбе өмәһе үтте. Был көндө, эшлекле костюмдарҙы эш кейемдәренә алмаштырып, бер нисә ауыл биләмәһе башлығы Салауат Сәфәрғәлиев етәкселегендә ауыл зыяратын ихаталау буйынса ҙур эш башҡарҙы. Бының өсөн барлыҡ материалдарҙы Буҙат ауыл Советы бирҙе. Команда берҙәм һәм әүҙем эшләне. Хәҙер ҙур участкала яңы ихата ҡуйылды. Башланған эш - бөткән эш, тиҙәр. Оҙаҡламай был эш халыҡ ҡатнашлығында дауам итәсәк.

Ауыл халҡы исеменән уларға рәхмәт белдереп, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.
Читайте нас: