Бөгөнгө көнгә тиклем Буҙат ауыл биләмәһендә янғын һүндереү машинаһының булмауы иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе тип иҫәпләнә ине.
- Район үҙәгенән ауылдарыбыҙ бик алыҫ урынлашҡан. Янғын сыға ҡалһа, беҙгә район үҙәгенән янғын һүндереү машинаһы иң яҡшы осраҡта 50 минутта килеп етә, быға тиклем ут ҙур майҙанға таралып өлгөрә, - ти ауыл хакимиәте башлығы Салауат Сәфәрғәлиев. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡтар аҙ булманы. Ауыл халҡының күбеһе был проблемаға шәхсән юлыҡҡаны булды.
«Янғын хәүефһеҙлеге - иң элек», - тинеләр ауыл халҡының күбеһе тәү сиратта хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр тикшерелгән дөйөм йыйылышта.
Шулай итеп, Программа даирәһендә, Буҙат ауыл Советы 4 тонна һыу һыйышлы мобиль янғын һүндереү комплексы һатып алды (һүрәттә). Комплекс барлыҡ кәрәкле әйбер менән йыһазландырылған, мотопомпа ярҙамында эшләй.
- 675 мең һумлыҡ ошо агрегатты һатып алыу өсөн халыҡтан 68,5 мең һум аҡса йыйылды, шул тиклем самаһы сумманы бағыусыбыҙ - «ТОЛПАР» йәмғиәте директоры Хәмит Ғәлиев бүлде, 70 мең һум - урындағы бюджеттан, ҡалған сумма республика бюджетынан, - тип һөйләй Салауат Рәшит улы.
Комплекс муниципалитеттың МТЗ-82 тракторы менән эксплуатациялана, һәм Рәлиф Нурғәлиевҡа ышанып тапшырылған, ул оҙаҡламай кәрәкле уҡыуҙар үтәсәк. Ауылда тәүлектең ниндәй ҙә ваҡытында янғын һүндерергә әҙер булған ирекле янғын дружинаһы ла эшләй. Мобиль янғын һүндереү комплекстарын шулай уҡ Айҙарәле һәм Йәшергән ауыл Советтары ауыл биләмәләре лә һатып алды. Үҙ хәбәрсебеҙ. Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.