1. Тыуыу тураһында таныҡлыҡ
ЗАГС органына йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт иткәндә түбәндәге документтар һәм белешмәләр кәрәк буласаҡ:
- медицина учреждениеһынан бала тыуыу тураһында белешмә;
- ата-әсәнең шәхесен раҫлаусы документтар (паспорттар);
- никахлашыу тураһында таныҡлыҡ.
Рәсәй пенсия фондына йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт иткәндә түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ:
- бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ;
- ата-әсәнең (законлы вәкилдең) береһенең паспорты.
3. Йәшәү урыны буйынса теркәү
Теркәү өсөн киләһе документтар кәрәк:
- ата-әсәнең шәхесен раҫлаусы документтар (паспорттар);
- бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ.
Ошо документтар менән ата-әсәләр торлаҡ-эксплуатация идаралығына, ата-әсәнең береһенең йәшәү урыны буйынса Федераль миграция хеҙмәте идаралығы бүлегенә йәки Күп функциялы үҙәккә барырға тейеш - улар нигеҙендә баланы теркәйҙәр.
4. Мотлаҡ медицина страховкалау полисы
Мотлаҡ медицина страховкалау полисы - балаға мотлаҡ медицина страховкалау системаһында эшләүсе медицина ойошмаларында барлыҡ төп медицина ярҙамы төрҙәрен түләүһеҙ алыу хоҡуғын биреүсе документ. Яңы тыуған сабый тыуған көнөнән һәм тыуыуҙы дәүләт теркәүенән 30 көнгә тиклем барлыҡ кәрәкле медицина ярҙамын әсәһенең йәки башҡа законлы вәкилдең мотлаҡ медицина страховкалау полисы буйынса ала.
Мотлаҡ медицина страховкалау полисын алыу өсөн страховка компанияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. «СОГАЗ-Мед» компанияһының страховка полисын тотош Рәсәй буйынса күп һанлы бүлексәләрҙең береһенә мөрәжәғәт итеп рәсмиләштерергә йәки
www.sogaz-med.ru сайтында заявка ҡалдырырға мөмкин.
Балаға мотлаҡ медицина страховкалау полисын алыу өсөн киләһе документтар кәрәк буласаҡ:
- бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ;
- баланың СНИЛСы (булһа);
- баланың законлы вәкиленең шәхесен раҫлаусы документ.
1. Бер тапҡыр түләнә торған пособие
- баланың ата-әсәһенең береһенең эш (хеҙмәт) урыны буйынса;
- әгәр ата-әсәнең икеһе лә эшләмәһә ата-әсәнең береһенең йәшәү урыны буйынса халыҡты социаль яҡлыу идаралығына.
Табиптарҙың планлы тикшереүҙәре
Балаларҙың ауырыуҙарын профилактикалау маҡсатында, мотлаҡ медицина страховкалау өлкәһендә балиғ булмаған граждандарҙы диспансерлаштырыу программаһы буйынса кескәй пациенттарҙы балиғ булғанға тиклем даими йыл һайын профилактик тикшереүҙәр үткәрәләр. 2018 йылдың 1 ғинуарынан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2017 йылдың 10 авгусындағы 514н һанлы бойороғо үҙ көсөнә инде, уға ярашлы балаларға медицина тикшереүе үткәреү тәртибе билдәләнде. Тикшереүҙәр һәм белгестәр исемлеге:
• 1 айҙа: ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдарына, бөйөр һәм янбаш-бот быуынына УЗИ, шулай уҡ эхокардиография, нейросонография, аудиологик скрининг, педиатр, невролог, балалар хирургы, офтальмолог, балалар стоматологы тарафынан тикшереүҙәр үткәрелә.
• 2 айҙа ҡан һәм бәүелгә дөйөм анализ эшләнә, педиатр тикшерә.
• 3 айҙа педиатр һәм травматолог-ортопед тикшерә, аудиологик скрининг үткәрелә.
• 4 айҙан 11 айға тиклем педиатр тикшерә.
• 1 йәштә педиатр, невролог, балалар хирургы, оториноларинголог һәм травматолог-ортопед тикшерә һәм ҡан һәм бәүелгә дөйөм анализ, электрокардиография эшләнә.
• 2 йәштә педиатр, балалар психиатры һәм балалар стоматологы тикшерә.
• 3 йәштә белгестәрҙең дөйөм исемлегенә педиатр, невролог, балалар хирургы, балалар стоматологы, офтальмолог, оториноларинголог, акушер-гинеколог (ҡыҙҙарға), балалар урологы-андролог (малайҙарға) тикшереүҙәре инә.
Әгәр медицина ойошмаларында мотлаҡ медицина страховкалау полисы буйынса медицина ярҙамы алыуға һеҙҙең һәм балаларығыҙҙың хоҡуҡтары боҙолһа, медицина ойошмаһы хакимиәтенә йәки страховка вәкиленә мөрәжәғәт итегеҙ.
Алты айҙа күкрәк һөтө имгән баланы ашата башлау өсөн иң ҡулай ваҡыт. Сабыйҙың ашҡаҙан-эсәк юлы йәшелсә-емеш, бутҡа ашап ҡарарға әҙер.
Тәүге тапҡыр ашатып ҡарау ҡағиҙәләре
Бер аҙыҡтан башларға кәрәк, ә киләһе яңы аҙыҡты бала өйрәнгәс (уртаса 3-5 көн дауам итә) һәм аллергияһы булмаған осраҡта ғына индерергә мөмкин. Бер үк ваҡытта балаға элек ашатып ҡарамаған ике продукт бирергә ярамай, сөнки аллергия барлыҡҡа килһә ул ниндәй ризыҡтан икәнен белә алмаясаҡһығыҙ. Беренсе тапҡыр тәмләп ҡарау өсөн продукт күләме - сәй ҡалағының яртыһы. Унан һуң күкрәк һөтө имеҙергә йәки ҡатышма эсерергә кәрәк. Яңы ризыҡты иртән ашатырға кәрәк, сөнки кискә бала уны һәйбәт үҙләштереүе-үҙләштермәүе тураһында беләсәкһегеҙ. Көндәлек алып барырға һәм унда балаға нимә ашатҡанығыҙҙы яҙып барырға кәңәш итәбеҙ. Бала ауырығанда йәки вакцинация яһағанда (прививкаға тиклем өс һәм унан һуң бер нисә көн) яңы ризыҡ менән таныштырыуҙы туҡтатып тороғоҙ. Әгәр бала яҙы аш-һыуҙы ашап ҡарауҙан баш тартһа, ныҡышмағыҙ. Әгәр ризыҡтан аллергия йәки башҡа кире реакция булһа, ул бөткәнсе яңы ризыҡты ашатырға ярамай. Таш ҡабаҡ, төҫлө кәбеҫтә, картуф һәм шалҡан - беренсе тапҡыр ашатыу өсөн йәшелсәләр араһында иң ҡулайҙары. Беренсе тапҡыр алты айлыҡ балаға ҡарабойҙай һәм кукуруз бутҡаларын ашатырға була. Емеш-еләктән балаға алма, груша һәм банан бирергә мөмкин.
«СОГАЗ-Мед» хәтерегеҙгә төшөрә, һәр бала өсөн теш сығарыу срогы һәм тәртибе үҙенсәлекле. Түбәндә яҡынса тештәрҙең сығыу стандарты яҙылған:
Алғы беренсе аҫҡы тештәр – 6-9 айҙа.
Алғы беренсе өҫкө тештәр – 7-10 айҙа.
Икенсе (ситтәге) өҫкө тештәр – 9-12 айҙа.
Икенсе (ситтәге) аҫҡы тештәр – 9-12 айҙа.
Беренсе өҫкө аҙау тештәр – 12-18 айҙа.
Беренсе аҫҡы аҙау тештәр – 13-19 айҙа.
Өҫкө ҡаҙыҡ теш – 16-20 айҙа.
Аҫҡы ҡаҙыҡ теш – 17-22 айҙа.
Икенсе аҫҡы ҡаҙыҡ теш – 20-23 айҙа.
Икенсе өҫкө ҡаҙыҡ теш – 24-26 айҙа.
Теш сығарғанда баланың насар йоҡлауы, кәйефе төшөүе, температураһы күтәрелеүе, эсе китеүе һ.б. ихтимал. «СОГАЗ-Мед» ата-әсәләргә ошондай еңел булмаған осорҙа кескәйҙәренә иғтибарлыраҡ буларға һәм кәрәк булһа (температураһы ныҡ күтәрелһә йәки киҫкен симптомдар барлыҡҡа килһә) табип саҡыртырға тәҡдим итә.
Бала тыуыу - шатлыҡлы һәм күңелле, шул уҡ ваҡытта яуаплы һәм етди осор. «СОГАЗ-Мед» компанияһы белгестәре барлыҡ сабыйҙарға, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләренә ныҡлы сәләмәтлек теләй. Мотлаҡ медицина страховкалау системаһы даирәһендә медицина ярҙамы алыу тәртибе мәсьәләләре буйынса «СОГАЗ-Мед» страховкаланыусылары контакт-үҙәктең тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 8-800-100-07-02 телефоны буйынса (Рәсәй буйынса шылтыратыу бушлай) страховкалау вәкиленә мөрәжәғәт итә йәки
www.sogaz-med.ru сайтында мәғлүмәт таба ала.
Компания тураһында белешмә
«СОГАЗ-Мед» страховкалау компанияһы 1998 йылдан алып эшләй. Страховкаланыусылар һаны - 19 млн.кешенән ашыу. Төбәк селтәре - Рәсәй Федерацияһының 40 субъектында 660тан ашыу подразделение. «СОГАЗ-Мед» мотлаҡ медицина страховкалау буйынса эшмәкәрлек алып бара: мотлаҡ медицина страховкалау системаһында медицина ярҙамы алғанда страховкаланыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифатын тикшерә, страховкаланған граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итә, судҡа тиклем һәм суд тәртибендә граждандарҙың боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙә. 2018 йылда «Эксперт РА» рейтинг агентлығы «СОГАЗ-Мед» страховка компанияһының ышаныслы булыуын һәм хеҙмәттәр сифаты рейтингын «А++» кимәлендә раҫланы (мотлаҡ медицина страховкалау прграммаһы даирәһендә ышаныслы булыуы һәм хеҙмәттәр сифаты буйынса иң юғары кимәл). Бер нисә йыл дауамында «СОГАЗ-Мед» компанияһына ошондай юғары баһа ҡуйыла.