Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2018, 11:10

Районға Испания консулы килде

Күптән түгел район Мәҙәниәт йортонда район эшҡыуарҙары БР Башлығы ярҙамсыһы (хәҙер ул БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты ла) Салауат Харисов менән осрашты. Бында ул Испанияның Почетлы Консулы Альберто Эспиноса Собрино менән килгәйне.

Осрашыуҙы асып, Салауат Фәттәх улы йыйылыусылар менән үҙенең райондың иҡтисади хәл-торошон нисек күреүе менән уртаҡлашты, төп иҡтисади тенденциялар тураһында һөйләне, район эшҡыуарҙарына уларҙың проекттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итергә әҙер булған Испанияның Почетлы Консулы менән таныштырҙы. А.Собрино Рәсәйҙә, атап әйткәндә, Волга буйы Федераль округында ауыл хужалығы бизнесын үҫтереүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай. Осрашыу барышында район эшҡыуарҙары ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, үҙҙәренең проекттарына презентация яһаны. Консул, үҙ сиратында, уларға ҡулай шарттарҙа - бизнесты үҫтереүгә йылына 1-2 процент менән займдар, ҡоролмаларҙы лизингҡа алырға тәҡдим итте, ҡоролмаларҙы монтажлау, уҡыу займ иҫәбенә. Сара аҙағында Салауат Фәттәх улы барыһына ла әүҙем диалог өсөн рәхмәт белдерҙе һәм берҙәм һөҙөмтәле эшләргә саҡырҙы.
Читайте нас: