Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2018, 11:30

Кактус сәскә атһа - уңыш йылмая

Япраҡтары урынына энәле кактус һәр өйҙә лә бар. Сәскә үҫтереүселәр фекере буйынса, үҫемлек сәнскеле булһа ла, бик матур һәм улар уны танылған риүәйәттәргә ышанып үҫтерә. Баҡһаң, кактус негатив энергиянан һаҡлай икән. Кактустарға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу компьютерҙар күбәйә башлағас тағы ла арта - күптәр кактус монитор нурланышын йота тип ышана.

Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Надежда Һөйәрембәтованы күптәр фельдшер ғына түгел, ә һәүәҫкәр сәскә үҫтереүсе булараҡ та белә. Уның өйөндә, йортонда һәм урындағы ФАП территорияһында ниндәй генә сәскәләр юҡ. Улар араһында кактус айырыуса урын биләй.

- Сәнскеле булһа ла бик матур үҫемлек. Элек-электән кактусты сәләмәтлек символы тип һәм ниндәйҙер мөғжизәгә эйә тип үҫтергәндәр. Шуға күрә ул минең эш өҫтәлемдә айырыуса урын биләй, - ти Надежда Мефодьевна.

Ошо көндәрҙә кактус иҫ киткес аҡ сәскәләргә күмелгән. Алты ҙур сәскә тирә-яҡтағыларҙың күҙ яуын алып тора. Билдәләп үтергә кәрәк, был үҫемлек бик һирәк сәскә ата, шуға ла уның атыуын тәбиғәт мөғжизәһе тиҙәр. Боронғо риүәйәттәр буйынса кактус сәскә атһа, уның хужаһына уңыш йылмая.Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: