Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2018, 11:03

Иң мөһиме - йөрәк йәш булһын!

Рәшит Ғәлиәкбәров (һүрәттә) - үҙәк район дауаханаһының медицина технигы. 25 йыл ғүмерен бағышлай ул ошо һөнәргә. Уның дөйөм хеҙмәт стажы ике тапҡырға күберәк, өҫтәүенә һуңғы һигеҙ йылда ул хаҡлы ялда булһа ла эшләүен дауам итә. Әммә уға ҡарап, уны пенсионер тип әйтергә тел әйләнмәй.

Уның менән аралашҡанда уға шул тиклем йәш тип әйтеп тә булмай. «Беләһегеҙме, ғәжәп, әммә мин йәшәлгән ғүмеремдең ауырлығын һиҙмәйем дә тиерлек», - тине ул ихлас күңелдән беҙҙең менән аралашҡанда. Ә ул 68 йәштән үтеп киткән! Рәшит Миңләхмәт улы спорт менән әүҙем шөғөлләнә: ҡышын - саңғыла йөрөй, йәйен - йүгерә. Ошо кешенең рухи һәм физик ныҡлығының сере нимәлә һуң? Яҙмышы еңел булған тип әйтеп булмай. Һуғыштан һуң күп балалы ғаиләлә тыуа. Ата-әсәһе һәр ваҡыт эштә була. Барлыҡ өй эштәре: бесән сабыу, утын әҙерләү, мал ҡарау (ул ваҡытта малды күп аҫрайҙар) эштәре балалар иңенә төшә. «Бәләкәй саҡтан эшләп үҫтек, уйнарға ла ваҡыт ҡала торғайны. Апрель аҙағында һыу инә инек, йәшелсә - емеш йыйҙыҡ. Беҙгә берәү ҙә өйрәтмәне, бөтәһенә лә үҙебеҙ өйрәндек. Ауырманыҡ та. Хәҙер балаларҙы артыҡ хәстәрләйҙәр», - ти ул.

Ошо ғәжәйеп, киң күңелле кеше менән һауа торошо тураһында һүҙ башлап, нисек спорт, мәҙәниәт һәм сәйәси яңылыҡтарға күскәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Бик аралашыусан кеше. Ә бына һүҙ уның биографияһы тураһында сыҡҡас, Рәшит ағай тыйнаҡ һәм ҡыҫҡа ғына: «Уҡыным, хеҙмәт иттем һәм бына, эшләп йөрөйөм», - тине.

Р.Ғәлиәкбәров район үҙәгенең 1-се мәктәбен тамамлағандан һуң Молдавияла сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, ә ҡайтҡас Стәрлетамаҡ ҡалаһында электромеханика техникумына уҡырға инә, һуңынан ситтән тороп институттың электро-техник факультетын тамамлай. Ярты быуатлыҡ хеҙмәт стажын районда ашлыҡ әҙерләү контораһында инженер булып башлай, һуңынан инкубаторҙа, ҡатнаш аҙыҡ заводында ошондай уҡ вазифаларҙа эшләй. Рәшит Миңләхмәт улына Бөрө электромеханик заводында ла эшләргә тура килә. Тәүҙә мастер, һуңынан - техник бүлек инженеры була. Үҙгәртеп ҡороу осоронан һуң, 1993 йылда тыуған ауылына ҡайта һәм шул ваҡыттан алып, юғарыла әйтелгәнсә, район дауаханаһында медицина технигы булып эшләй. 2010 йылдан Рәшит Миңләхмәт улы - хаҡлы ялда, әммә әле лә эшләүен дауам итә.

- Мин һәр ваҡыт кешеләр араһында булып өйрәнгәнмен. Өйҙә эш етерлек булһа ла түҙеп ултыра алмаҫ инем. Өйҙә былай ҙа бөтә эшкә өлгөрәм, - ти ул. - Дөйөм алғанда, ваҡытты дөрөҫ бүлһәң, барыһына ла өлгөрөп була. Ә иң мөһиме, сирләмәҫ һәм насар уйҙарға ваҡыт ҡалмаһын өсөн һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл булырға кәрәк.

2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә байтаҡ йылдар математика уҡытыусыһы булып эшләгән тормош иптәше Гөлшат Нәжип ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балалары изгелекле, тәртипле, белемле һәм үҙ аллы кешеләр. Өлкән ҡыҙҙары Лилиә - Өфө ҡалаһында башланғыс кластар уҡытыусыһы, улдары Рәил - Стәрлебашта суд приставы булып эшләй, Римма - менеджер, ул да баш ҡалала йәшәй.

Ҡош-ҡорт, баҡса үҫтереүҙән тыш, Ғәлиәкбәровтар умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Әлегә умарталары тиҫтәнән аҙыраҡ, әммә тиҙҙән уларҙы арттырырға ниәтләйҙәр, Рәил яңы умарталар һатып алған да инде.

Рәшит Миңләхмәт улының күңел тыныслығы, физик һәм рухи ныҡлығы, һәйбәт формала булыуының сере бик ябай булып сыҡты - ғаиләлә һөйөү һәм ихтирам, бер-береңә һәр ваҡыт ярҙамға ашығыу һәм, әлбиттә, бәхетле һәм татыу ғүмер кисереүҙең төп, алыштырғыһыҙ өлөшө булып торған даими мәшғүллек.
Читайте нас: