Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2018, 11:07

Әҙерлек кимәле тураһында кәңәшләштеләр

Гәзиттә яҙыуыбыҙса, уҙған аҙнала Ишембай ҡалаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов етәкселегендә махсус күсмә кәңәшмә ойошторолдо. Унда шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса яңы системаға күсеүгә әҙерлек кимәле тураһында республиканың барлыҡ төбәк операторҙары етәкселәре отчет бирҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүгә яуаплы булған федераль һәм төбәк ведомстволары етәкселәре, район һәм ҡала округтары хакимиәттәре урынбаҫарҙары ҡатнашты.

Һәр муниципаль берәмек вәкиле үҙҙәренең территорияһында осраған ауырлыҡтарҙы әйтте. Күпселек һорауҙарға улар яуапты урында алды, әммә етди эш талап иткәндәре лә бар. Асыҡланыуынса, иң көнүҙәк тема - санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөү һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы һәм эре сүп-сарҙы йыйыу өсөн майҙансыҡтар әҙерләү. Тағы бер мөһим мәсьәлә - сүпте сығарған өсөн түләүгә льготалар биреү. Муниципалитеттар шулай итеп күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ «ЭКО-Сити» компанияһының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм күмеү комплексына барҙы. Бөгөн бында сүп-сарҙы үтилләштереү проблемаһын хәл итеүҙә инновацион һәм системалы алым ҡулланыла.

«Комплекс ҡеүәте йылына 200 мең тонна ҡалдыҡты эшкәртергә мөмкинлек бирә, - ти «ЭКО-Сити» төбәк операторының генераль директоры Семен Земсков. - Был беҙгә Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡала территорияларын ғына түгел, уларға яҡын райондарҙы ла хеҙмәтләндерергә мөмкинлек бирә».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы сүп-сарҙы сығарыу буйынса яңы схема менән эшләй башлай. Халыҡ һәм юридик берәмектәр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу, сығарыу һәм үтилләштергән өсөн хеҙмәттәргә түләү буйынса Төбәк операторҙары менән тура килешеүҙәргә күсәсәк. Хәҙер ҡалдыҡтар менән эш итеү циклы өсөн - контейнерҙан алып полигонға тиклем төбәк операторҙары яуаплы. Республика территорияһында улар барлығы дүртәү. Сүпте йыйыу, сығарыу һәм үтилләштереү мәсьәләләрендә бөтә яуаплылыҡ уларҙың өҫтөндә буласаҡ. 3 һанлы зонала конкурс һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан һайланған предприятие - «ЭКО-Сити» компанияһы һайланды. Төбәк операторына төп талаптар - ышаныслылыҡ, ҙур эш тәжрибәһе, үҫешкән матди-техник база.

«ЭКО-Сити» төбәк операторының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: