Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2018, 10:56

Ауылдаштары өсөн үрнәк ғаилә

Игенсе, һауынсы хеҙмәте һәр ваҡыт абруйлы һәм хөрмәтле, тип иҫәпләй Табылды ауылынан Светлана һәм Зәбир Яхиндар.

Улар Табылды ауылында ғына түгел, тотош Күндерәк ауыл биләмәһендә иң яҡшы һәм хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе, тиҙәр «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәте етәксеһе Радик Яуышев һәм Күндерәк ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юлай Байғужин.

Яхиндар көндәлек хеҙмәттәре менән ауылдаштары араһында ихтирам һәм хөрмәт яулаған.

Зәбир һәм Светлана крәҫтиән ғаиләләрендә тыуып үҫә.

- Бәләкәй саҡтан уҡ беҙҙе эшкә, хеҙмәт һөйөргә, кешеләрҙе, тыуған еребеҙҙе хөрмәт итергә, Ватаныбыҙ патриоттары булырға өйрәткәндәре өсөн атай-әсәйебеҙгә ҙур рәхмәт, - ти Зәбир Зиннур улы.

Зәбирҙең ата-әсәһе - Шәфиғә апай һәм Зиннур ағай Яхиндар, Светлананыҡы - Мәүжиҙә апай һәм Мөҙәрис ағай Мораҙымовтар ошо ауылдан. Улар ғүмер буйына колхозда: Зиннур ағай һәм Мөҙәрис ағай - мал ҡараусы, Мәүжиҙә апай - һауынсы, Шәфиғә апай - сөгөлдөр үҫтереүсе, артабан һауынсы булып эшләй. Ауылдаштары уларҙы эшһөйәр, изге күңелле кешеләр тип хәтерләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар иҫән түгел инде, мәрхүмдәрҙең ауыр тупрағы еңел булһын.

Яхиндар алты бала үҫтерә. Шәфиғә апай Әмир ауылынан ине. Шул ваҡыттағы башҡа бик күп тиҫтерҙәре кеүек Зәбир мәктәптә уҡығанда уҡ йәйге каникул мәлендә хужалыҡ һәм баҫыу эштәрендә ярҙамлаша. Комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй, уға трактор ҙа ышанып тапшыралар. Шуға ла Табылды мәктәбен тамамлағас та ул Стәрлебаш һөнәрселек-техник училищеһына уҡырға инә һәм ҡулына тейешле документ ала. 1980-1982 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Яҡшы хеҙмәте өсөн хәрби часть командирының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән, унда уның беренсе класлы белгес һәм Совет армияһы отличнигы булыуы билдәләнә. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, уйлап та тормайынса, ауылда ҡалырға ҡарар итә. Уға тәгәрмәсле МТЗ-80 тракторын ышанып тапшыралар. Шул саҡтан алып ул тыуған еренә һәм һайлаған һөнәренә тоғро.

Мораҙымовтар ғаиләһендә дүрт бала үҫә. Мәүжиҙә апай Түбәнге Аллағыуат ауылынан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һәм Мөҙәрис ағай яҡты донъянан бик иртә китте. Иң өлкән балалары Светланаға ул ваҡытта ни бары 15 йәш була. Сахибъямал өләсәйҙәре балаларҙы үҙенә ала. Мәктәпте тамамлаған ҡыҙ һатыусы һөнәрен һайлай. Егәрле һәм изгелекле Светлана өләсәһенә лә, ҡусты-һеңлеләренә лә ярҙамлаша. Һылыу һәм аралашыусан ҡыҙ Зәбиргә лә оҡшай. Улар шулай дуҫлаша башлай. Ә бер йылдан беҙҙең халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте буйынса егет ҡыҙҙы «урлай».

Йәштәр тәүҙә кәләштең өләсәһендә йәшәй.

- Зәбиргә рәхмәт, - тип уртаҡлаша хәтирәләре менән Светлана, - Ул кешелекле, һәйбәт кеше. Өләсәйемде, һеңлеләремде һәм ҡустымды үҙ туғандары кеүек күрҙе.

Бер йыл йәшәгәндән һуң шул ваҡыттағы «Яңы юл» хужалығы идаралығы (рәйесе Вәғиз Мөхәмәтшин) йәш ғаиләгә фатир бирә. Уларҙың шатлығының сиге булмай. Яңы фатирға күскәс тә Яхиндар өләсәйҙәрен һәм һеңлеләрен онотмай, ҡулдарынан килгәнсе туғандарының өсөһөнә лә белем һәм һөнәр алырға, туй үткәрергә ярҙам итәләр.

Зәбир менән Светлана утыҙ йылдан ашыу татыу ғүмер кисерә. Күңел биреп эшләһәң ниндәй ҙә эш кинәнес, шатлыҡ килтерә, ти ул һәм йылдан-йыл ауылдаштары яҡшыраҡ йәшәүенә һөйөнөп бөтә алмай.

- Бәҙғәт ағай Байғужин (Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы), Мырҙағол ағай Хөсәйенов, Рәфҡәт Вахитов, Дауыт Вахитов, шулай уҡ Әнүәр Иҙекәйев, Тимерхан Дауытов, Ринат Рәхимов, Шәкүр Мәжитов кеүек тәжрибәле механизаторҙар менән эшләүемә шатмын. Улар миңә аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итте, - ти Зәбир.

Яхиндар тормоштарынан ҡәнәғәт. Татыу ғаиләлә ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Икеһе лә һөнәр алып, армияла хеҙмәт итеп, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй, ғаиләләре бар. Руслан тормош иптәше менән өс ул тәрбиәләй. Дамирҙың ғаиләһендә бер ҡыҙ һәм ул үҫә. Улар ата-әсәләренең йортонда йыш ҡунаҡ. Бына ниндәй матур һәм егәрле ғаилә йәшәй Табылды ауылында. Уларҙы һәр ваҡыт ауылдаштарына үрнәк итеп ҡуялар. Һәм улар быға лайыҡ. Тәлғәт ИСМӘҒИЛЕВ,

Табылды ауылы старостаһы.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: