Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2018, 11:35

Ғаилә һөнәре

Һәр коллектив иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре менән маҡтана ала. «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» предприятиеһында Мөҙәрис Латипов (һүрәттә) тап шундайҙарҙың береһе.

- Автомәктәпте тамамлағандан һуң армияға алдылар, хеҙмәт итеп ҡайтҡас ПДУға водитель булып эшкә урынлаштым, һуңынан юл-төҙөлөш идаралығына күстем, - тип һөйләй Мөҙәрис Ризат улы тыйнаҡ ҡына. - Эшемде яратам, техниканы һәйбәт беләм, бөтәһе кеүек үк эшләйем.

Ул 22 йыл юл системаһында эшләй. Ете йыл - Алыҫ Себерҙә була. Һуңғы өс йылда М.Латипов - «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» предприятиеһында иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр иҫәбендә.

Ошо йылдарҙа уға ниндәй генә машинала эшләргә тура килмәй! «Урал», ЗИЛ-157, ПАЗ, КАВЗ автобустары һ.б. Тәжрибәле водитель булараҡ Мөҙәрис Ризат улына бөгөн КамАЗ автомашинаһын ышанып тапшырғандар. Ошо көндәрҙә ул район үҙәгенең яңы «Төньяҡ» микрорайонының Солтанғәлиев урамында юл һалыу эше менән мәшғүл. Быға тиклем уның бригадаһы Биксурин, Н.Фәтҡиев урамдарында, Ҡарағош, Ямғырсы, Баҡый ауылдарында эшләгән.

Көнөнә 8-10 сәғәт руль артында ул. Йәйге ҡыҙыу миҙгелдә ял көндәрендә лә эшкә сығырға тура килә. Ә ҡышын башҡа мәшәҡәттәр күп - М.Латипов һәр иртә урамдарҙы ҡарҙан таҙартырға сыға.

Ринат һәм Фидан улдары ла атаһының юлын һайлаған, өҫтәүенә уларҙың икеһе лә шулай уҡ КамАЗ водителдәре. Стәрлебаш юл-ремонт төҙөлөш идаралығында эшләйҙәр. Ике ейәнсәре һәм ике ейәне үҫеп килә. Тимәк, водителдәр нәҫелен дауам итеүселәр бар.

- Мин шат ҡына булыр инем. Һәйбәт һөнәр, - тине әңгәмәсем был хаҡҡа. Фаягөл ЙОСОПОВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: