Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2018, 11:40

Йыр-моңға ғашиҡ ханым

Балалар сәнғәт мәктәбендә көндәлек мәшәҡәттәр менән яңы уҡыу йылы башланды. Көн һайын мәктәптә уҡығандан һуң кемдер баянға, кемдер һүрәт төшөрөргә өйрәнергә бында ашыға. Вокал, фортепианола уйнау менән мауығыусыларҙы Маргарита Ринат ҡыҙы Сәлихова (һүрәттә) ҡаршылай.

Бала саҡта уҡ музыкаға ғашиҡ ҡыҙ бер ваҡыт урындағы училище территорияһында иҫке бинала урынлашҡан музыка мәктәбенә бара һәм уҡыуға яҙыла. Бөгөн Маргарита Сәлихова музыка һәм сәнғәт мәктәбенә ишектәр асҡан беренсе уҡытыусылары Роза Ринат ҡыҙын һәм Татьяна Васильевнаны ҙур хөрмәт һәм һөйөү менән хәтергә ала. Мәктәптә дәрестәрҙән һуң ул рәхәтләнеп музыка мәктәбенә йүгерә. 9 класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының дирижерлыҡ-хор бүлегенә уҡырға инә. Ҡыҙҙы уның ата-әсәһе, айырыуса, ҡасандыр музыка мәктәбендә баян класында уҡыған әсәһе хуплай.

- Музыка мәктәбендәге кеүек үк, училищела ла преподавателдәрҙән уңдым, мине һәйбәт, талантлы кешеләр уҡытты, - ти Маргарита Ринат ҡыҙы.

Шулай итеп, 1996 йылда ул тыуған Стәрлебаш ауылына ҡайтып, тәүҙә урта мәктәптәрҙә музыка дәресен алып бара, ике йылдан Балалар сәнғәт мәктәбендә эш башлай. Ошо йылдарҙа М.Сәлихова бер нисә тиҫтә һәләтле балаларҙы музыка донъяһына ылыҡтыра. Әлеге ваҡытта унда туғыҙ бала шөғөлләнә. Уҡыусылары араһында Әнүәр Исмәғилев, Айгизә Ҡаҙаҡбаева, Азалия Шафиҡова айырыуса уңыштарға ирешә. Уның тәрбиәләнеүселәре - район сараларында, район һәм республика конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш, ул «Карамельки» балалар өлгөлө ансамбленә етәкселек итә, ветерандарҙың «Серебряночка» халыҡ вокаль ансамбленең музыкаль етәксеһе булып тора.

Беҙҙең мәҡәлә геройы вокал буйынса педагог ҡына түгел, ул һәйбәт ҡатын һәм хәстәрлекле әсәй. Тормош иптәше Рөстәм менән бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Римма - 10 класта уҡый. Әйткәндәй, Балалар сәнғәт мәктәбенең художество етәксеһендә ете йыл белем ала, улдары Ислам бейеү менән уңышлы шөғөлләнә.

Әйтергә кәрәк, Маргарита Ринат ҡыҙы өсөн музыка - уҡытыу фәне генә түгел, ә бөтә ғүмерен бағышлаған яратҡан эше лә, ул уға бәхет, шатлыҡ һәм кинәнес бүләк итә.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: