Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2018, 11:09

Күпме юлдар үтелгән дә, күпме үрҙәр яуланған

Ошо сентябрь көндәрендә, алтын көҙ мәлендә, яҡташыбыҙ Әлфирә Ҡасим ҡыҙы Барғусова (һүрәттә) 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй Һөнәр һайлағанда ул бер ҙә икеләнмәй. Мәктәптә уҡығанда уҡ тәүге мәҡәләләрен балалар һәм үҫмерҙәр араһында популяр булған «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһына ебәрә, артабан, түҙемһеҙлек менән уның һәр һанын көтә. «Баҫтырғандар!», - тип шатлана ҡыҙ, үҙе ебәргән мәҡәләләрҙе яратҡан баҫмаһы биттәрендә күреп, һәм ғүмерен ошо еңел булмаған, әммә шул уҡ ваҡытта бик ҡыҙыҡлы журналистика һөнәренә бәйләргә теләүенә нығыраҡ инана.

Түбәнге Аллағыуат ауылында Флүрә һәм Ҡасим Барғусовтар ғаиләһендә тыуып, ул ҡыҙыҡһыныусан, маҡсатҡа ынтылыусан, ныҡышмалы булып үҫә. Уға хас сифаттар һәм, әлбиттә, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу теләге уны Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ростов Дәүләт университетының журналистика факультетына алып килә. Тыуған ауылында, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә уҡыу, мәктәптә эшләү, мәҡәләләре баҫылған район гәзите менән тығыҙ хеҙмәттәшлек артта ҡала. Студент йылдары Әлфирә Ҡасим ҡыҙының иҫендә ғәжәйеп, матур мәл булып һаҡлана. Ул рәхәтләнеп журналист оҫталығы серҙәренә төшөнә, баш-көллө уҡыуға сума, көн һайын ниндәйҙер ҡыҙыҡлы яңылыҡ белә.

1977 йылда, юғары уҡыу йорто дипломын алған ҡыҙ, ҡанатланып эшкә тотона. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан радиоһында башлай. Хәбәрсе, йәштәр редакцияһының өлкән мөхәррире булып эшләй. Һәйбәт ойоштороу һәләте, эшһөйәрлеге арҡаһында уны 1981 йылда радиоалғыстың, һуңынан Башҡортостан телевидениеһының баш мөхәррире итеп тәғәйенләйҙәр. 90-сы йылдар аҙағында Әлфирә Барғусова «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары - радиотапшырыуҙар студияһы директоры итеп тәғәйенләнә. Ул йылдар уға етәксе вазифаларҙа эшләүҙә ныҡлы нигеҙ һәм тәжрибә бирә. Шуға күрә Башҡортостан Республикаһы Президенты Пресс-секретары, артабан - БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары, БР Дәүләт китап палатаһы директоры, халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығының дөйөм бүлек начальнигы сифатында уның эшмәкәрлегенең киләһе этаптары уға ауыр булмай. Етди холоҡло, тәрән аҡыллы булыуы, бынан тыш, ғәжәйеп һөйкөмлөлөгө, һәр кеше менән еңел, уртаҡ тел таба белеүе уны һәр ваҡыт ҡотҡара.

Минең ҡарашҡа, был ҡатынды тағы ла гүзәлерәк иткән тағы бер үҙенсәлекле, айырмалы сифаты бар - был уның ябайлылығы. Юғары вазифалар биләүенә ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт тыйнаҡ, ихлас, асыҡ, ябай һәм кешелекле.

Әлфирә Ҡасим ҡыҙы бихисап наградаларға: Рәсәй Журналистар союзы, ВЛКСМ Үҙәк Комитеты, ВЛКСМ Өлкә Комитеты, телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса СССР Дәүләт комитеты, Журналистар союзы (ике тапҡыр), Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамоталарына лайыҡ. Ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, беренсе класлы БР мөхбир дәүләт кәңәшсеһе, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы лауреаты. Бөгөн Әлфирә Барғусова хаҡлы ялда, әммә ысын журналист элекке була алмай. Ул бөгөн дә әүҙем тормош менән йәшәй. Теле-радио программаларҙа ҡатнаша, күп уҡый, сәйәхәт итә. Уҙған йылда күптәнге хыялын тормошҡа ашыра - Европа буйлап сәйәхәт ҡыла.

Уҡыу һәм эшләү йылдарында Әлфирә Ҡасим ҡыҙы бик күп һәйбәт дуҫтар таба. Улар менән телефон аша аралаша, ҡунаҡҡа саҡыра йәки үҙе бара.

- Иң мөһиме, хәҙер әсәйемдең эргәһендә булып, бергәләп сәй эсергә, әңгәмәләшергә, уның йылыһын, хәстәрлеген һәм һөйөүен тойорға ваҡытым күберәк, - ти ул. - Әсәйем уҡытыусы булып эшләне. Һәр ваҡыт ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнаны һәм уның тыңғыһыҙ холҡо бөгөн дә уға тыңғы бирмәй - ул шулай уҡ аралашыусан, ярҙамсыл. Уны ҡалала тотоп булмай, һәр ваҡыт ауылға ашҡына, бында уны яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр.

Әлфирә Барғусова үҙе лә һәр уңайлы осраҡта Ашҡаҙар буйынан атлап үтер, иртән һандуғастар һайрауын тыңлап, әсәһен һығып ҡосаҡлар, атаһының ҡәберенә барып, һәйбәт тәрбиә һәм белем биргәндәре өсөн «рәхмәт» әйтергә тыуған Түбәнге Аллағыуат ауылына ҡайтырға тырыша. Бында уның атай йорто һәм уны оло тормош юлына сығарған, көслөрәк, түҙемлерәк, ышаныслыраҡ иткән... үҙ һуҡмағы бар. Ышанысы, етди холоҡ-фиғеле, таланты һәм эшһөйәрлеге арҡаһында Әлфирә Ҡасим ҡыҙы ошондай үрҙәргә ирешкән. Беҙгә, стәрлебаштарға, уның менән ғорурланырға һәм, әлбиттә, уны етеп килгән матур юбилейы менән ҡотларға ғына ҡала!

Әлфирә Ҡасим ҡыҙы, Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ, йәнәшәгеҙҙә ышаныслы һәм яҡшы дуҫтарығыҙ булһын, ә тормош шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм һөйөнөстәр генә бүләк итһен!

Дәүләт телерадио системаһында эшләгән йылдарҙа Әлфирә Барғусова «Волга менән Урал араһында» тип аталған Урал-Волга буйы республикаларының берләшкән радиожурналы, Бөтә Союз радиоһы, Рәсәй радиоһы тапшырыуҙарын әҙерләй. Төрлө йылдарҙа республика киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итә. Уның мәҡәләләре «Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия», «Башҡортостан энциклопедияһы» баҫмаларында, «Бибилиография» фәнни журналында, иң яҡшы очерк һәм алты автономлы республика радиожурналының сығыштарынан әҙерләнгән «Волганан Уралға тиклем» китабында баҫылып сыға. Төп эше менән бер үк ваҡытта 90-сы йылдарҙа уҡытыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә: Башҡорт дәүләт университетында журналистика факультеты булдырылған йылдарҙа уҡ «Радиожурналистика» махсус курсын алып бара. Әйтергә кәрәк, бөгөн билдәле бик күп телерадиожурналистар ошо мәктәпте үткән. Уның лекцияларын шулай уҡ Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары ла тыңлай. 2005-2007 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһының матбуғат йылъяҙмаһы» дәүләт библиографик иҫәпкә алыу-теркәү белешмәһен төҙөп, баҫтырып сығарыуҙа ҡатнаша.
Читайте нас: