Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2018, 11:28

Әүҙем һәм тырыш ҡыҙ

Ямғырсы мәктәбе районда иң матур һәм яҡты мәктәптәрҙең береһе. Уның тышҡы күренешенән үк, бында ижади ҡарашлы уҡытыусыларҙың һәр дәрескә һәм сараға етди ҡарап, дуҫтарса мөхиттә эшләүе күренеп тора. Һөҙөмтәлә - бөтә яҡлап та талантлы уҡыусылар һәм уҡытыусылар, улар тураһында һөйләгән һайын һөйләге килә.

Һигеҙенсе класс уҡыусыһы Лилиә Батталоваға (һүрәттә) ҡарағанда, уның тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшеүе күренеп тора: аҡыллы ҡарашлы, ипле, тыйнаҡ. Мәктәптә алған белем алдағы ҙур тормошта уңышлы карьера һәм бәхет нигеҙе, тип иҫәпләй ул. Шуға күрә дәфтәрҙәрҙә һәм класс журналында тик һәйбәт билдәләр генә булһын өсөн тырыша. Һәм билдәле, яратҡан совет фильмындағы тапҡыр һүҙҙәрҙе шунда уҡ «Спортсы, активист, һәйбәт уҡый һәм сибәр ҡыҙ», тип үҙгәртке килә. Һәм был маҡтау һүҙҙәре генә түгел.

Үткән уҡыу йылдары дауамында Лилиә бик күп конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнаша, бихисап грамоталары һәм дипломдары бар. Ҡыҙ айырыуса шиғриәт, Башҡортостан мәҙәниәте һәм туған теле менән мауыға. Был турала уның «Аҡ сәскәле бәхет» район конкурсында еңеүе, әҙәбиәт буйынса район олимпиадаларында призлы урындары, «Башҡортостандың тейелмәгән тәбиғәте» республика тикшеренеү эшендә уңышлы ҡатнашыуы һөйләй. Лилиәгә сит ил телен өйрәнеү ҙә еңел бирелә, уҙған йыл ул «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын инглиз телендә йәш башҡарыусылар республика конкурсында икенсе урын яулаған. Юғарыла атап үтелгәндәрҙән тыш, ул шиғыр һәм хикәйәләр яҙа, матур бейей, спорт менән шөғөлләнә һәм мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Киләсәккә уның пландары бихисап. Кешегә һәр нимә лә еңел бирелгәнгә шулай булалыр ҙа, моғайын. Ә беҙ гәзит уҡыусылар һәм уҡытыусылар исеменән, Лилиәгә һәр башланғысында уңыштар, яуланаһы яңы үрҙәр һәм һүнмәҫ дәрт теләйбеҙ.
Читайте нас: