Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2018, 11:31

«Эко-Сити» базаһында экотехнопарк асыласаҡ

Экотехнопарк булдырыу тураһында килешеү Ишембай ҡалаһында Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов рәйеслегендә уҙған күсмә кәңәшмәлә төҙөлдө. Кластер биләмәһендә ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә заманса проекттар уйлап табыу тураһында «ЭКО-Сити» төбәк операторы һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты килеште.

Экотехнопарк фәнде һәм етештереүҙе берләштереүсе майҙансыҡҡа әйләнер тип күҙаллана. Уның биләмәһендә ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә заманса проекттар тормошҡа ашырыла. Тулы технологик циклды: сүп-сарҙы эшкәртеүҙе, утилләштереүҙе һәм зарарһыҙландырыуҙы тәьмин итәсәк объекттар барлыҡҡа килә.

Атап әйткәндә, Ишембайҙа сортлау заводы базаһында ҡалдыҡтарҙы тәрән эшкәртеү ойошторола. Шул иҫәптән, органик ҡалдыҡтарҙан (аҙыҡ-түлек һәм үҫемлек сүп-сары) серетмә етештереләсәк. Уны үҙ ваҡытын эшләгән полигондарҙы тергеҙеү өсөн файҙаланыу күҙаллана. Ҡалған ҡалдыҡтарҙан RDF-яғыулыҡ етештерергә мөмкин була. Бының өсөн компания әле махсус завод төҙөү мәсьәләһен хәл итә. Шулай уҡ «ЭКО-Сити» компаниялар төркөмө Башҡортостанда беренсе булып пластик етештерә башлай. 3-се эшмәкәрлек зонаһында бөгөнгә сүп-сар ташыу буйынса 27 транспорт компанияһы эшләй. 2014 йылдан компания ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм күмеү буйынса завод һәм уларҙы ҡайтанан эшкәртеү һәм күмеү буйынса комплекс эшләтеп ебәрҙе. Ул йылына 200 мең тонна ҡалдыҡ эшкәртергә мөмкинлек бирә.
Читайте нас: