Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2018, 11:17

Бала өсөн - ата-әсә үрнәк

Сираттағы тапҡыр эштән өйгә ҡайтып барам һәм таныш күренеште күҙәтәм: йәш әсә өс һәм биш йәшлек ике балаһы менән коляска этеп юл ситенән бара, ә үҙе телефондан һөйләшә. Балалар йүгереп уны үтеп китә, йә артта ҡалып уйнай. Түҙмәнем, туҡтап, йәш ҡатынға балалар менән юл йөрөү тәртибен аңлаттым.

Балаларын етәкләп, әсә кеше ситтән, ә балаһы юл эргәһенән китеп барыуҙарын йыш күрәм. Шуныһы ғәжәп, улар балаһының ғүмере өсөн хәүефләнмәй, ә водителдәрҙең төрлөһө була. Ошонан сығып, күпселек ата-әсәләрҙең үҙҙәренә юл йөрөү ҡағиҙәләрен өйрәтергә кәрәк тигән һығымта яһарға була. Ҡайһы бер өлкәндәр кескәй балаларын юлды үҙе менән бергә етәкләшеп сыға тип, балаларға транспорттың хәрәкәт итеү үҙенсәлектәрен, юл аша сығыу ҡағиҙәләрен аңлатып тороуҙың кәрәге юҡ, тип иҫәпләй.

Беҙҙең заманда балалар баҡсаға йәйәүләп түгел, ә күберәк машинала бара, шуға ла балалар урам аша сыға белмәй, йәйәүләп йөрөмәгәс, белгән ҡағиҙәләрҙе лә практикала ҡуллана алмай. Ата-әсәләргә ваҡыт табып, аҙнаһына бер көн булһа ла балаларын баҡсанан йәйәүләп алып ҡайтырға, бер ыңғай юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен аңлатып, тыуған ауылыбыҙҙың матурлығы менән таныштырырға кәңәш итәм.

Баланы өйрәткәндә, тәү сиратта, үҙегеҙҙән башларға кәрәк. Һеҙҙең шәхси үрнәгегеҙ мотлаҡ уның иҫендә ҡаласаҡ. Һәр ваҡыт, балағыҙ менән йөрөгәндә, поликлиникаға йәки ҡунаҡҡа барғанда, юлды сыҡҡанда, һеҙҙең тәртибегеҙ - балағыҙ өсөн өлгө булыуы тураһында онотмағыҙ.

3-6 йәшлек бала автомобилде юғары хәүеф сығанағы сифатында күҙ алдына килтермәй. Киреһенсә, машина, уйынсыҡ йәки ысын автомобиль кескәйҙә ыңғай тәьҫораттар һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Баланы ҡурҡытмайынса, юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең барлыҡ талаптарына өйрәтергә мөмкин. Мәктәпкә барғансы уҡ юл аша сығыу урынын дөрөҫ билдәләргә, ҡайҙан һәм нисек дөрөҫ сығырға кәрәклеген өйрәтергә кәрәк. Түҙемлелек һәм ныҡышмалылыҡ эштең уңышлылығын тәьмин итеүсе һөҙөмтәле сара булып тора.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү - үҙегеҙҙең һәм балағыҙҙың ғүмерен һаҡлауҙың иң яҡшы ысулы булыуын онотмағыҙ!Айгөл ФӘРХШАТОВА, 1 һанлы

Стәрлебаш балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: