Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2018, 10:57

Ул һуғышты иҫкә алырға яратманы

15 сентябрҙә яратҡан атайыбыҙ һәм олатайыбыҙ Мөнир Мәжит улы Монасиповҡа 95 йәш тулған булыр ине, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына 17 йыл ул арабыҙҙа юҡ. Гәзит уҡыусыларға уның ниндәй ғәжәйеп кеше булыуы тураһында һөйләргә теләйбеҙ.

Атайыбыҙ Стәрлебашта тыуып үҫә, уның ата-бабалары ауылға нигеҙ һалынған көндән ошонда йәшәй. Тыйнаҡ, һөйкөмлө егет мәктәпте тамамлағандан һуң, тарих уҡытыусыһы булырға хыяллана, әммә һуғыш ҡамасаулай... Уны, 18 йәше лә тулмаған егетте, фронтҡа алалар. Атайыбыҙҙың Мостафа ағаһы һуғыштың тәүге көндәрендә үк хәбәрһеҙ юғала, ул Брест ҡалаһында хеҙмәт итә. Тоцк ҡалаһында ҡыҫҡа сроклы кесе командирҙар курсын тамамлағас, атайыбыҙҙы фронтҡа ебәрәләр һәм ул һуғыш тамамланғансы батырҙарса алыша. Һуғыш, ҡан ҡойғос алыштар (унда бик күп дуҫтарын юғалта), ауырлыҡтар һәм юғалтыуҙар тураһында һөйләргә яратмай ул. Бына хәрби комиссариаттан алынған уның хәрби тормошонан бер нисә мәғлүмәт.

Взвод командиры булып Карпат тауҙарында алыштарҙа ҡатнашып, йәшерен пакетты илтеү буйынса заданиены үтәп, ике һалдат менән полктан дивизияға ҡайтып барғанда мотоциклдарҙа дүрт немец - разведчикка осрайҙар. Алыша башлайҙар. Икеһен үлтереп, икеһен әсирлеккә алып, дивизия штабына илтә. Был алышта уның башы еңелсә яралана. Артабан автоматсылар ротаһы командиры итеп тәғәйенләнә.

Нойштад ҡалаһы өсөн алышта танк десантында ҡатнашып, урам һуғыштарында уның ротаһы тарафынан 70 һалдат һәм офицер тар-мар ителә, 32 немец әсирлеккә, ҙур трофеялар, шул иҫәптән ике артиллерия тубы алына. Киләһе һуғышта ул шәхсән 12 немецты үлтерә, полк авангардына һөжүм итеп, рота менән дошманды ауылдан ҡыуып сығарып, 27 һалдатты әсирлеккә алалар, бер транспортер, дүрт танк пүлеметы табыла. Немецтарҙың тотош ротаһы тар-мар ителә. Әммә үҙе лә ҡаты яраланып, дүрт ай Көньяҡ Силезияла госпиталдә дауалана.

Өйөнә ул 1945 йылдың сентябрендә генә ҡайта. Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары, бихисап миҙалдар менән бүләкләнә. Тарих факультетын тамамлағандан һуң, байтаҡ йылдар мәктәп директоры һәм Ленин исемендәге колхозда парторг булып эшләй. Һәйбәт ойоштороусы булараҡ, грамоталары һәм наградалары ла бихисап. Хаҡлы ялға сыҡҡансы 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләне һәм мәктәптең алыштырғыһыҙ парторгы, тормошта тыйнаҡ һәм һөйкөмлө кеше булды. Бер ваҡытта ла батырлыҡтары менән маҡтанманы. Уның вафатына бик күп йылдар үтте. Әммә беҙгә уның шаян һүҙҙәре һәм эскерһеҙ юморы, ә ейәндәренә - олатай етешмәй.

Ғүмер буйынса 2-се мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән тормош иптәше Флүрә Ғаяз ҡыҙы менән татыу ғүмер кисерҙеләр. Улар әүҙем тормош алып барҙы, кәңәшсе, яратҡан күршеләр булды.
Читайте нас: