Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2018, 10:55

Район гәзите менән бергә

Нажия һәм Фәүҡәт Сатучиндар Ҡабыҡҡыуыш ауылында иң әүҙем гәзит уҡыусы ғаилә. Ирле-ҡатынлы оҙаҡ йылдар «Маяҡ» колхозында эшләй.

Улар хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, хужалыҡта бик күп мал-тыуар аҫрай. Ошо көндәрҙә уларҙың иң юғары урында, ауыл мәсете эргәһендә урынлашҡан матур, ҙур йорто сәскәләргә күмелеп ултыра. Һәм шулай уҡ улар гәзит уҡырға ярата.

- Гәзит-журналдарға һәр ваҡыт яҙылабыҙ. Элегерәк ундан ашыу республика һәм үҙәк баҫмалары алдыра инек. Өлкәнәйгән һайын шул тиклем гәзит һәм журналды уҡыу ауырлаша, шуға күрә әле бер нисә баҫма ғына алдырабыҙ. Ә район гәзитенән башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, - ти Нажия Ғәлиәхмәт ҡыҙы (һүрәттә).

Уның һүҙҙәре буйынса, улар ветерандар, яҡташтары һәм районда уҙғарылған саралар тураһында мәҡәләләр уҡырға ярата. Район гәзите биттәрендә тағы ла күберәк ҡыҙыҡлы мәҡәләләр уҡыр өсөн улар 2019 йылдың беренсе ярты йыллығына «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенә тәүгеләрҙән булып яҙылған.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: