Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2018, 11:02

Мәрүәр инәйҙең бер быуатлыҡ ғүмере

2 сентябрҙә Тәтер-Арыҫлан ауылында йәшәүсе Мәрүәр Рысаева оло юбилейын билдәләне. Ул 1918 йылда тыуған! Бер быуатлыҡ юбилейы менән Мәрүәр Зөлҡәрнәй ҡыҙын район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова ҡотланы. Ул юбилярға республика башлығы Рөстәм Хәмитовтан ҡотлау хаты һәм район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровтан бүләк тапшырҙы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәләмәтлеге буйынса Мәрүәр Зөлҡәрнәй ҡыҙы үҙе, оҙаҡ йәшәү серҙәре тураһында һөйләй алманы. Йөҙйәшәрҙең тормош юлы тураһында уны тәрбиәләгән күршеһе Замира Исмәғилева һөйләне. Хеҙмәт юлын Мәрүәр инәй бик иртә, 3 класс тамамлағандан һуң башлай. Һауынсы булып эшләй башлағанда 10 йәше тулыр-тулмаҫ ҡыҙ ҡайҙан көс тапҡандыр. Хеҙмәт кенәгәһендә был яҙыуҙар юҡ. Иртән-иртүк тороп, ҡул менән һыйыр һауыр өсөн бәләкәй балаға күпме көс кәрәк була! Ғаиләлә, унан тыш, ҡустыһы Йәүҙәр була, бөгөн ул иҫән түгел инде. Һуғыш башланғас, Мәрүәр Рысаеваны, бик күп тиҫтерҙәре кеүек үк, Пермь өлкәһенә торф сығарырға ебәрәләр. Бик ҡаты сирләгән ҡыҙын әсәһе Гөлсөм унан барып ала. Бер аҙ йүнәлгәс, 1944 йылда беҙҙең мәҡәлә геройыбыҙ Арыҫлан балалар йортонда йыйыштырыусы булып эшләй башлай. Ул йылдарҙа йыйыштырыусыға иҙән йыуыуҙан тыш, көн һайын иртәнге сәғәт дүрттән балалар өшөмәһен өсөн мейескә яғырға, һыу ташырға тура килә. 1953 йылда, балалар йорто ябылғас, ул яңы мәктәпкә эшкә күсә һәм шунда еңел булмаған бурыстарын башҡарыуын дауам итә. Йәйге каникул мәлендә мәктәпте йылытыр өсөн 20шәр машина утын әҙерләйҙәр. Бында Мәрүәр Зөлҡәрнәй ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.

Уның балалары юҡ. Ул кейәүҙә була, әммә тормош иптәше менән ярты йылдан күберәк кенә йәшәп өлгөрәләр, һуңынан уны фронтҡа алалар. Ә һуғыштан ҡайтҡас ире унан китә. Мәрүәр башҡа тормошҡа сыҡмай. 95 йәшенә тиклем яңғыҙ йәшәй. Һуңынан бер нисә ай ул ике туған һеңлеһе Зәйнәптә тора. Әммә 80 йәштән уҙған һеңлеһе лә сирләп китә һәм апаһын ҡарай алмай. Мәрүәр инәйҙе ҡарттар йортона урынлаштырыу мәсьәләһе тыуғас, ул борсолоп, күршеһе Замираға тыуған ауылын, йортон ташлап киткеһе килмәүен һөйләй. Элекке ире Йәүҙәт (хәҙер мәрхүм инде) менән кәңәшләшеп, Замира Мансур ҡыҙы күршеһен үҙендә йәшәргә ҡалдыра. Бына биш йыл инде улар бергә ғүмер итә. Күптән түгел генә был ҡатын инәйҙе опекунлыҡҡа алған. Өй йылыһы һәм уңайлылыҡ, әлбиттә, ҡарттар йорто менән сағыштырғыһыҙ. Мәрүәр инәй яйлап ҡына өй буйлап йөрөй, ҡайһы саҡ урамға сығып эскәмйәлә ултыра һәм күршелә генә урынлашҡан өйөнә, ғүмере ошонда үткән тыуған ауылына оҙаҡ ҡына ҡарап ултыра.
Читайте нас: