Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Сентябрь 2018, 11:05

«Берҙәшле буйы» - осрашыуҙар һәм ял итеү өсөн һәйбәт урын

Килешерһегеҙ, эш - эш менән, әммә ҡайһы саҡ ял итеп тә алғы килә. Бының өсөн иң ҡулай урын - тәбиғәт, бында тирә-яҡҡа һоҡланып, матур компанияла ял итергә, көс-дәрт алырға мөмкин. Быйыл йәйен, Әмир ауылында тыуып-үҫкән, әле Стәрлебашта йәшәүсе эшҡыуар Рөстәм Хәйретдинов арҡаһында, ошондай урындар тағы берәүгә артты. Уның инициативаһы буйынса Әмир ауылы эргәһендә халыҡ араһында «Берҙәшле буйы» тип аталған һоҡланғыс һәм уңайлы урын төҙөкләндерелде.

- Бында беҙ туғандарыбыҙ менән йыш йыйылыша торғайныҡ. Эргәлә генә урман, йылға, ауылдан да алыҫ түгел, бик уңайлы. Барыһы ла йәй ике нәҫел - Хәйретдиновтар менән Хисмәтуллиндарҙың шәжәрә байрамын үткәрергә ҡарар итеүҙән башланды. Бихисап ҡунаҡтар ҡайтыуы көтөлә ине. Һәм барыһына уңайлы һәм ихлас ултырып булырлыҡ урынды ҡайҙан табырға тигән һорау тыуҙы. Бына шуға өйрәнелгән һәм яратҡан урынды төҙөкләндерергә ҡарар иттем, - тип һөйләй Рөстәм Рәфҡәт улы.

Әйтелгән һүҙ - эшләнгән эш. Өҫтәүенә, байтаҡ эш башҡарылған. Һөҙөмтәлә, ябай ялан матур ял итеү зонаһына әүерелгән: ағас өҫтәлдәр һәм эскәмйәләр, уларҙың өҫтөнә профнастилдан япма (ямғыр яуһа) эшләнгән. Мангалдар ҡуйылған участкаға һәм усаҡ яға торған урынға тулыһынса бетон түшәлгән, йәғни, янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлгән. Дөйөм алғанда, кешеләр рәхәтләнеп ял итһен һәм тәбиғәт өсөн дә хәүефле булмаһын өсөн барыһы ла эшләнгән.

Р.Хәйретдинов әйтеүенсә, барлыҡ эштәр Хәлекәй ауыл биләмәһе башлығы Ф.А.Баһауетдинов, урындағы хужалыҡ етәксеһе И.Ғ.Хәлитов һәм ауылдаштар: Иршат Ғүмәров, Рәфис Шиһабетдинов, Фәнсит Хәлитов, Малик Фәтҡуллин, Әмир Мостафаевтарҙың туранан-тура ҡатнашлығы менән башҡарылған.

Әйткәндәй, быйыл йәй бында шәжәрә байрамы, класташтар менән осрашыуҙар, тыуған көндәр һәм башҡа ғаилә байрамдары үткәрелгән.

- Иң мөһиме, ял итергә килеүселәр үҙҙәренең артынан сүп-сар ҡалдырмаһын, күңел биреп эшләгән әйберҙәрҙе ватмаһын ине, - тип ял итеүселәрҙең аңлауына ышана Рөстәм Рәфҡәт улы.

Ысынлап та, тәбиғәттә үҙеңде дөрөҫ тота белергә өйрәнергә ваҡыт. Сөнки сүп-сарҙы йыйып, урманда ҡалдырырға түгел, ә үҙең менән алып ҡайтып китеү ауыр түгел бит.

Ә энтузиастың пландарында баҫҡыс, йылға аша күпер эшләү һәм тағы бер нисә ниәте бар. Был уй-ниәттәр тиҙ арала тормошҡа ашыр һәм был урын тағы ла уңайлыраҡ булыр тип ышанабыҙ!Фаягөл ЙОСОПОВА. М.ҒӘНИЕВ фотолары.
Читайте нас: