Ике йылдан ашыу Ғилемдар Ғайсар улы пилорамда эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт яулап, үҙен яуаплы хеҙмәткәр булараҡ күрһәтә.
Ул урман продукцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнә, һөҙөмтәлә етештерелгән пиломатериалдар ауыл халҡына һатыла. Эш күләме бәләкәй түгел, әммә төҙөлөш миҙгеле ваҡытында заказдар һаны күбәйһә лә, Ғ.Кәримов бар эште лә сифатлы, ентекле һәм ваҡытында башҡара.
- Эшебеҙҙә иң мөһиме - хәүефһеҙлек техникаһын үтәү, - тип иҫәпләй ул. - Шулай ғына бәхетһеҙлек осраҡтарына юл ҡуймаҫҡа мөмкин. Нимә тиһәң дә, таҫмалы пилорам - етди ҡоролма, эшсенән ныҡлы иғтибар һәм һаҡлыҡ талап ителә.
Ғилемдар Кәримов - үҙенсәлекле хеҙмәткәр. Ул станокта ағас киҫеүсе лә, ағас йығыусы ла, кәрәк булһа тракторға ултырып та эшләй ала, уның тракторсы-машинист таныҡлығы бар. Ул иҙән йәки башҡа төҙөлөш әйберҙәрен ниндәй ағастан эшләргә, ә ниндәйе бура өсөн тура килеүен һәйбәт белә. Бер ҡарауҙан бер бүрәнәнән нисә таҡта һәм ниндәй күләмдә сығасағын билдәләй ала. Бына ниндәй оҫта ул!
Бынан тыш, ул үҙ аллы ватылған урындарғы йүнәтеп, эш ҡоролмаһын ремонтлай. Башланған эште еренә еткерә. Бындай хеҙмәткәрҙәр - алтынға бәрәбәр.